– Өләсәй, һин минең урында ятһаң, һыймаҫ инең!
* * *
– Мин үҫкәс, осоусы булам!
– Ә мин – дипломат!
– Нимә-ә-ә? Сумаҙанмы?
* * *
– Ҡысҡырма, һин бер үҙең түгелһең!
– Өләсәй, ә мин нисәү һуң?
* * *
Өләсәйемә ҡунаҡҡа барғанда уны ике тапҡыр ҡыуандырҙым
– Нисек?
– Беренсеһендә, өйгә килеп ингәс, икенсеһендә, ҡайтырға сыҡҡас.
* * *
– Ләйлә, һиңә нисә йәш?
– Ете.
– Һиңә бит былтыр ғына 3 йәш тулды. Тимәк, дүрттер.
– Улай түгел, бына былай һанайҙар! Былтыр миңә өс йәш ине, эйеме? Быйыл 4 булды. Өскә дүртте ҡушһаң нисә була? Ете!
* * *
– Боронғо кешеләр хәҙергеләрҙән нимәһе менән айырылған?
– Улар дүрт ҡул менән йөрөгәндәр.
Фото: mykaleidoscope.ru