-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
18 Июль 2023, 10:05

Көлөп алайыҡ әле

-Ауылда өләсәйемә рәхәт, рәхәтләнеп ҡаҙ ашай, – тип уфтанған бер малай. 

Көлөп алайыҡ әле
Көлөп алайыҡ әле

Улы әсәһенә:

– Әсәй, ниңә һин тиҙ үҫтең инде? Бына әле бергә уйнар инек.

☺☺☺

Рөстәм балыҡ ҡармаҡлай икән. Эргәһенә Илгиз килеп һорай:

– Бөгөн һыу нисек, яҡшымы?

– Бик һәйбәт!  Балыҡтың хатта сыҡҡыһы ла килмәй!

☺☺☺

4 йәшлек Рәшит атаһынан:

– Атай, йәйгеһен ниңә йылға-күлдәр һайыға ул?- тип һорай.

Атаһы оҙаҡҡа бормай ғына:

– Эҫе бит, улым, балыҡтар һыуҙы күберәк эсә.

☺☺☺

– Тағы нимә эшләп бысрандың? – тип әсәһе улын әрләй.

– Кисә Ирек, мин ҡолағас, бик ныҡ көлгәйне. Ә бөгөн үҙе ҡоланы һәм мин унан тәгәрәй-тәгәрәй көлдөм, – тигән малай.

☺☺☺

– Улым, шуны иҫеңдә тот: тәүҙә – ҡулды, шунан һуң ғына битте йыуырға кәрәк, – ти әсәһе.

– Мин гел шулай эшләйем, әсәй. Кисә ҡулдарымды йыуҙым, бөгөн битемде йыуам.

☺☺☺

–Ҡара әле, «не знаю» нисек тәржимә ителә?

– Белмәйем.

– Ээээххх, береһе лә белмәй..

Көлөп алайыҡ әле
Көлөп алайыҡ әле
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас: