– Әсәһе улына:
– Айрат, кәнфитте кем ашаны?
– Өй эйәһе...
Мейестән тауыш:
– Йәле, шыттырма!
☺☺☺
– Һеңлем, һин сәй эсәһеңме?
– Юҡ
– Ә беҙ эсәбеҙ, бар, сәй ултырт!
☺☺☺
Бер ҡыҙ автобуста китеп барғанда, телефоны шылтырай икән. Сумкаһынан телефонын тапмағас:
– Өйҙә ятып ҡалғандыр - тип әйтә, ти.
☺☺☺
Таһир өйгә бирелгән мәсьәләне сисә алмай ыҙалай. Аптырағас: «Их, баш эшләмәй…» – тип ҡуя.
Эргәһендәге ҡустыһы Фәтих, ҡыҙыҡһынып: «Ағай, башың да үҙең кеүек ялҡаумы әллә?» – тип һорай.
☺☺☺
– Ринат улым, балыҡ майын эстеңме?
– Эстем, атай…
– Аш ҡалағын тултырып эстеңме?
– Юҡ та… Сәнске тултырып.