-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
18 Июнь , 15:16

Көләмәстәр

Кәнфитте кем ашаған?

Көләмәстәр
Көләмәстәр

– Әсәһе улына:

– Айрат, кәнфитте кем ашаны?

– Өй эйәһе...

Мейестән тауыш:

– Йәле, шыттырма!

☺☺☺

– Һеңлем, һин сәй эсәһеңме?

– Юҡ.

– Ә беҙ эсәбеҙ, бар, сәй ултырт!

☺☺☺

Бер ҡыҙ автобуста китеп барғанда, телефоны шылтырай икән. Сумкаһынан телефонын тапмағас:

– Өйҙә ятып ҡалғандыр, – тип әйтә, ти.

☺☺☺

Таһир өйгә бирелгән мәсьәләне сисә алмай ыҙалай. Аптырағас: «Их, баш эшләмәй…» – тип ҡуя.

Эргәһендәге ҡустыһы Фәтих, ҡыҙыҡһынып: «Ағай, башың да үҙең кеүек ялҡаумы әллә?» – тип һорай.

☺☺☺

– Ринат улым, балыҡ майын эстеңме?

– Эстем, атай…

– Аш ҡалағын тултырып эстеңме?

– Юҡ та… Сәнске тултырып.

 
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: