– Ни эшләп еләкте бик аҙ йыйҙың, улым?
– Мин бәшмәк тә йыям, әсәй.
– Ә бәшмәгең ҡайҙа һуң?
– Тапманым әле!
***
– Дамир, һин ниңә һыуҙы күп эсәһең ул?
– Алма ашағайным.
– Алма һыуһатамы ни?
– Мин уны йыуырға онотҡанмын.
***
Өс малай һыу буйында балыҡ ҡармаҡлап ултыра.
– Ҡапмай ниңәлер, – ти береһе, уфтанып.
– Ҡапмай шул, – тип ҡуя икенсеһе, ярты сәғәт үткәс.
– Хәбәр һөйләп балыҡты ҡурҡытып бөткәс, ҡапмай инде! – тип ҡыҙып китә өсөнсөһө тағы ярты сәғәттән.
***
Марат ағаһы менән өләсәләренең баҡсаларында йөрөй икән.
– Ағай, был нимә?
– Ҡыҙыл ҡарағат.
– Ә ниңә һары төҫтә ул?
– Сөнки йәшел әле!
***
– Айҙар, мә һиңә алма. Нимә тип әйтергә кәрәк?
– Ә һин уны йыуҙыңмы?
***
– Апай, ә ниңә арыҫландар сей итте генә ашай икән? – тип һорай 5 йәшлек Илһам.
– Улар бит бешерә белмәй, – ти 8 йәшлек Илсиә.