Был аҙнала трилогияның өсөнсө өлөшө – «Шағир көндәлеге» нәфис фильмы төшөрөлә башлай. Cценарий авторы – Таңсулпан Бабичева һәм Гөлсәсәк Саламатова, ҡуйыусы рәссамдар – Рөстәм Баймөхәмәтов һәм Әлиә Байрамғолова, продюсерҙары – Юнир Әминев, Гөлсәсәк Саламатова. Операторы – Мәскәүҙән Станислав Амбарцумов. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов ролен Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры актёры Артур Ҡунаҡбаев башҡара.
Фильмды шағир йөрөгән эҙҙәр буйлап Өфөлә, Салауат районында, Мәскәүҙә, Түбәнге Новгородта һәм Үзбәкстанда төшөрәсәктәр. 1941 – 1977 йылдарҙағы ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала.
Картинаны төшөрөү өсөн 23,3 миллион һум аҡса китәсәк, тип күҙаллана. Әле халыҡтан аҡса йыйыу ойошторолған.
Яратҡан шағирыбыҙ тураһында фильмдың премьераһы, Алла бирһә, 2020 йылдың көҙөндә буласаҡ. Ижади төркөмгә уңыштар теләйбеҙ!