"Шәйехзада Бабич ғүмеренең һуңғы көндәрен үткәргән Йылайырҙағы тарихи йортто Берҙәм дәүләт мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индереүгә өлгәштек. «Сауҙәгәр Подрядов йорто» булараҡ билдәле был мәҙәни мираҫ объекты Йылайыр ауылының Ленин урамы, 37-се йорт адресы буйынса урынлашҡан", ― тип хәбәр итә үҙәктең директоры Данир Ғәйнуллин.