Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артисткаһы Гүзәл Сөләймәнова ошо көндәрҙә сәхнә тормошоноң 25 йыллығын билдәләне. Ә беҙ балет йондоҙоноң бала саҡта атаһы табип Наил ағай Сөләймәнов менән килеп, «Йәншишмә» гәзитенә интервью биргәнен бөгөнгөләй хәтерләйбеҙ.Ул 1992 йылдың 7 февралендә баҫылып сыҡҡайны. Гүзәл беҙҙең гәзитте яратып уҡып барыуы тураһында ла әйткәйне. Бәләкәй Гүзәл Сөләймәноваға киләсәктә үҙенең аҙашы кеүек балет йондоҙо булып китеүен теләгәйнек. Сәхнә оҫтаһына артабан да уңыштар теләйбеҙ.