Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
14 Февраль 2020, 16:55

Замандаштары, ҡәләмдәштәре уны кешелекле, ярҙамсыл итеп белә

Бөгөн күренекле яҙыусы, шағир, драматург Ҡадир Даяндың тыуыуына – 100 йыл.

Ул 1910 йылдың 14 февралендә хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡоншаҡ ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышына шағир 1941 йылдың июль башында үҙе теләп китә һәм Калинин фронтында Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша. Оло йөрәкле, батыр шәхес 1975 йылдың 19 октябрендә тимер юлында ҡалған баланы ҡотҡара, ә үҙе һәләк була.
Ҡадир Даяндың бер юлы өс китабы 1934 йылда донъя күрә: «Рәшиҙә» поэмаһы, балалар өсөн «Тимеркәй» хикәйәһе һәм «Хәйрүш менән Фәйрүш» тигән бер шаршаулыҡ пьесаһы. Ә «Берҙән-бер көндө» (1962) һәм «Ни етә һуң дуҫлыҡҡа?» (1968) йыйынтыҡтары фәҡәт балалар өсөн генә яҙылған. Әҙиптең «Күбәләк», «Ёлка», «Тышта саф һауа» һәм башҡа шиғырҙары барыбыҙға ла таныш. Ә уның һүҙҙәренә Заһир Исмәғилев яҙған «Шайморатов генерал» йыры ысын мәғәнәһендә гимнға әйләнде.
Читайте нас: