Шулай уҡ йыл да үткәрелеп килгән «Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ – 2020» халыҡ-ара әҙәби-һынлы сәнғәт конкурсы ла иғлан ителгән. Уны «Мәжит Ғафури – XXI быуат» мәҙәниәт фонды» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Өфөләге Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы һәм Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылындағы йорт-музей ойоштора. Халыҡ шағирының ижадын танытыуға йүнәлтелгән бәйгелә республикабыҙҙан ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән, башҡа илдәрҙән дә I – XI синыф уҡыусылары, юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттары студенттары, шулай уҡ өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала. Конкурс төрлө номинациялар буйынса үткәрелә: «Тасуири уҡыусылар» (Мәжит Ғафури шиғырҙары; Мәжит Ғафури прозаһы; Мәжит Ғафуриға арналған шағирҙарҙың шиғырҙары), «Мәжит Ғафури әҫәрҙәрен сәхнәләштереү», «Мәжит Ғафури әҫәрҙәре буйынса һынлы ижад» (һүрәт, аппликация, әүәләү, ҡорама тегеү һәм башҡа техника. Әйберҙәр, һүрәттәр сканерлап йәки фотоға төшөрөп ебәрелә), «Мәжит Ғафури әҫәрҙәренә видеоклип», «Рэп стилендә Мәжит Ғафури шиғырҙарын башҡарыу», «Мәжит Ғафури шиғырҙарына йырҙар», «Мәжит Ғафуриға арналған авторлыҡ шиғырҙар конкурсы», «Мәжит Ғафуриҙың тормошо һәм ижады буйынса фәнни-тикшеренеү эштәре». Эштәр 25 октябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр төрлө йәш төркөмдәре буйынса билдәләнәсәк. Бөтә ҡатнашыусыларға ла сертификаттар, етәкселәренә Рәхмәт хаттары биреләсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо төркөмдә
https://vk.com/mdmmgafuri адресы буйынса алырға мөмкин.