Һуғыш башланған тәүге көндән үк Еңеү байрамына тиклем фашистарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшкән яҡташыбыҙ менән ғорурланмайса мөмкин түгел. Ябай ғына ауыл егетенең сит ерҙә партизандар отрядын туплай алыуы, оҫта алымдар менән немецтарға ҡаршы һөжүм алып барыуы, ни өсөн Гитлерҙың ҡан дошманына әйләнеүе һәм «Ҡара генерал» ҡушаматын йөрөтөүе – барыһы ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.