Ошондай саф күңелле шағирыбыҙ Сафуан Әфтәх улы 21 февраль көнө үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 2014 йылда беҙҙең арабыҙҙан китап барҙы. Уның һоҡланғыс шиғырҙарын кесеһе лә, олоһо ла бик яратып уҡый. Тимәк, шағир исеме лә һәр ваҡыт халыҡ күңелендә ҡаласаҡ.
Уның тормошо һәм ижад юлы, китапханабыҙҙа булған китаптары менән таныштырыу маҡсатында 25-се башҡорт балалар баҡсаһының «Йәйғор» һәм «Еләккәй» төркөмдәрендә матур саралар булып үтте. Китапхана библиографы Әлфиә Закир ҡыҙы Зәбирова «Йәйғор» төркөмө тәрбиәләнеүселәрен «Сафуан Әлибаевтың шиғри мөғжизәһе» исемле шиғри-әҙәби ҡунаҡ бүлмәһенә саҡырҙы. Балалар бында уның биографияһы, яҙыусының «Балалар өсөн» һәм «Беҙҙең юлдаш – яҡты ҡояш» исемле китап йыйынтыҡтары менән яҡындан танышып, шиғырҙарын, әкиәттәрен тыңланы, йомаҡтар систе. «Ни өсөн ҡаҙҙар һыңар аяҡлы булған?», «Бесәй бесән ашаймы?», «Нимә ул әбейҙәр сыуағы?» кеүек ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар эҙләнеләр.
Ә «Еләккәй» төркөмө тәрбиәләнеүселәре китапханасы Зилә Йәғәфәр Теләмбитова әҙерләгән «Шағир-йырсы» тип аталған әҙәби-шиғри кисәлә бик әүҙем ҡатнашты. Унда кескәйҙәр «Серле шишмә» исемле китап биттәре буйлап сәйәхәттә булды, шиғырҙар ҙа тыңланы, йомаҡтар ҙа ҡойолдо. Бәләкәс дуҫтарыбыҙҙы «Аҡбуҙат» журналында сыҡҡан шиғырҙар менән дә таныштырҙыҡ. Халыҡ араһында таралған күп йырҙарҙың авторы ине ул, шуға ла был кисәне Сафуан Әлибаевтың «Гелән үҙенсә һөйләй» йыры менән тамамланыҡ.
Кескәйҙәргә үткәрелгән кисәләр бик оҡшаны, тағы ла үҙҙәренә саҡырып ҡалдылар.
Флүрә ШАКИРОВА, китапхана етәксеһе.
Белорет ҡалаһы, Дауыт Юлтый исемендәге китапхана.