+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уйынсыҡтар ватыусы ғалим

Константин Циолковский бәләкәс кенә сағынан уҡ күҙәтеүсән бала булып үҫә. Малайҙың ата-әсәһе тәүҙә быға ҡыуаналар, ә һуңынан бик борсола башлайҙар.

Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки уның күп нимәне белеү теләге ғаилә бюджетына һуға. Костя уйынсыҡтарҙы һүтеп, уларҙың эсендә нимәһе бар икән, тип ватып бөтөрә. Хатта ваҡ ҡына поезд, пароходтар ҙа ике көнгә лә сыҙамай. Механизмдар малайҙы шул тиклем йәлеп итә, ул үҙен бер нисек тә тыя алмай. Ата-әсәһе малайға һүҙ менән дә аңлатып ҡарай, мөйөшкә лә баҫтыра. Тик уңышһыҙ.
Уҡырға төшкәс тә, ҡыҙыҡһыныуынан туҡтамай. Мәктәптә ашарһың, тип биргән аҡсаларын йыйып, уйынсыҡтар ала ла уларҙы һүтеп, яңы машина, карап моделдәренә туплай. Ҡурсаҡтар өсөн тимераяҡтар, йорттар, саналар, герле сәғәттәр яһай. Төрлө-төрлө машина, самолеттар йыя.
Тәбиғи ҡыҙыҡһыныусанлығы, тирә-яҡтағы предметтарҙың эске сифаттарын белергә теләүе үҫә төшә Костяға етемлекте лә, ауырыуҙарҙы ла кисереп, хыялдарын ысынға ашырырға ярҙам итә.
Фото:persons-info.ru
Читайте нас: