+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
16 Апрель 2021, 11:00

25 йыл ғүмерен һүҙлек төҙөүгә арнаған!

Бөгөн күренекле тел белгесе Әкрәм БЕЙЕШтең (Әкрәм Ғибат улы Бейешев) тыуыуына – 95 йыл. Ул Күгәрсен районының Туйөмбәт ауылында тыуған.

Әкрәм Бейешевтең кескәй саҡтан белемгә ынтыла. Ғаиләләрендәге биш бала ла юғары белем ала. 1951 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инә. 1956 йылда филология факультетының көнсығыш телдәре бүлексәһен тамамлай. 1957 йылда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында сектор мөдире булып эш башлай. 1964 йылда филология фәндәре кандидатлығына диссертацияһын уңышлы яҡлай.
Әкрәм Бейешев башҡорт тел ғилеменең лексикография, орфография, топонимика, фонетика һәм башҡа өлкәләрен ентекле өйрәнә. 1966 йылда «Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген» төҙөү буйынса ҡулланма»һы нәшер ителә. 1993 йылда Мәскәүҙең «Русский язык» нәшриәтендә «Башҡорт теленең һүҙлеге» донъя күрә. Был һүҙлекте төҙөүгә Әкрәм Бейеш үҙенең 25 йыл ғүмерен арнай!
Шулай уҡ 2009 йылда баҫылып сыҡҡан «Ҡөрьән» китабын тәржемә итеүҙә лә Әкрәм Бейешевтең оло хеҙмәте ята.
Баҫылып сыҡҡан китаптары: «Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше» (1993); «Нация и национальная политика» (1995); «Тел хикмәттәре» (1999); Көл аҫтындағы ҡуҙ» (2002); «Эйек бөрйәндәре һәм Туйөмбәт менән Ҡотлөмбәт» (2003).
Читайте нас: