+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Яҙмаған бит халҡым имандан!»

Педагогия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы Әлфис Суфиян улы Ғаязовҡа – 65 йәш.

Әлфис Суфиян улы Ғаязов 1956 йылдың 3 июнендә Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылында тыуған. 1977 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлап, шул белем йортоноң ВЛКСМ комитеты секретары вазифаһын башҡара. Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшен дауам итә. 1986 йылда Силәбе педагогия институтының педагогика кафедраһы аспирантураһын тамамлай. Бөрө педагогия институтында өлкән уҡытыусы, һуңынан декан була. Һуңынан Өфөгә килгәс, Башҡорт дәүләт педагогия университетында педагогика кафедраһы мөдире вазифаһын биләй. 2000 – 2011 йылдарҙа Әлфиә Суфиян улы – был университеттың Педагогика институты директоры. 2011 – 2015 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры. Әлеге көндә Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы һәм президенты.

Беҙ Әлфис Ғаязовты шағир һәм драматург булараҡ та беләбеҙ. Уның һүҙҙәренә профессиональ һәм үҙешмәкәр композиторҙар бик күп йырҙар яҙған. Улар радионан, телевизорҙан йыш яңғырай.

Драматургия өлкәһендәге уңышы – «Яңғыҙҙар ташы» психологик драмаһы. Был спектаклдең (режиссёры – Олег Ханов) премьераһы 2014 йылда булды һәм тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Әлфис Суфиян улының бөтә эшмәкәрлеге педагогия фәне менән бәйле. Шуға үҙенең әҫәрҙәре аша йәш быуынды тәрбиәләй.

Әлфис Суфиян улына еңел булмаған эшендә ҙур ҡаҙаныштар, фән өлкәһендә уңыштар теләйбеҙ!
АҘАН
Хайран ҡалып, юлдарымдан туҡтап,

Моң ағышын ҡабат тыңланым.

Быуаттарҙан килгән аҙан аша

Йәшәү фәлсәфәһен аңланым.
Нисә йылдар буйы уҫал йәндәр

Мәхрүм иткән беҙҙе аҙандан!

Тик барыбер – ниҙәр булһа булған,

Яҙмаған бит халҡым имандан!
Киске ауыл өҫтөн нурға күмеп,

Яңғыраны аҙан тауышы.

Илаһилыҡ биреп күңелдәргә,

Тирбәлдереп йөрәк ҡағышын…
Фото https://www.facebook.com/ алынды.
Читайте нас: