-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
13 Сентябрь 2021, 11:35

Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә – Кәтибә Кинйәбулатова көндәре

2021 йылдың 13 сентябренән 22 октябргә тиклем Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә танылған башҡорт шағирәһе Кәтибә Кинйәбулатова көндәре дистанцион форматта үтәсәк.

Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә – Кәтибә Кинйәбулатова көндәре
Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә – Кәтибә Кинйәбулатова көндәре

Илебеҙ төбәктәрендә башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән сараны Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге ойоштора.

Унда:

- Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары;

- Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәләнеүселәре;

- Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең дөйөм белем биреү ойошмаларының I – XI синыф уҡыусылары;

- Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре өҫтәмә белем биреү ойошмалары тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша ала.

Ҡатнашыусыларҙың эштәре башҡорт (башҡорт теле диалекттары) һәм урыҫ телдәрендә [email protected], электрон почтаһына ҡабул ителә. Ошо йүнәлештәр буйынса:

 - Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында Кәтибә Кинйәбулатоваға арналған "Иң яҡшы асыҡ дәрес";

- Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә тыуып үҫкән башҡорт халҡының күренекле шәхестәренә, тыуған төйәгенең теленә һәм тарихына арналған ғилми-ғәмәли конференция;

- йәш шағирҙар конкурсы (йәш авторҙар);

- Кәтибә Кинйәбулатованың әҫәрҙәрен ятлаусылар һәм башҡарыусылар конкурсы.

Бәйге йомғаҡтары Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми сайтында 2021 йылдың 30 сентябрендә иғлан ителәсәк. Уның Положениеһы менән Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин: Https: / / education.bashkortostan.ru / documents / active / 369032 /.

Белешмәләр өсөн берҙәм телефон: 7 (347) 218 16 93.

Фото: cbs-okt.bash.muzkult.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: