+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
15 Сентябрь 2021, 14:20

"Мин һине, илем, бирмәм һис кемгә"

15 сентябрь – «Йәш төҙөүсе» (хәҙер «Йәншишмә») гәзитенең тәүге мөхәррире, шағир Хәй МӨХӘМӘТЙӘРОВтың тыуыуына – 130 йыл

Тормош юлы

Хәй Ғабдрахман улы Мөхәмәтйәров 1911 йылдың 2 сентябрендә Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Ҡунаҡбай ауылында тыуа.
Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә ала.
1928 йылда Өфөләге Ленин исемендәге урта мәктәпте тамамлай.
Силәбе өлкәһенең Арғаяш кантонында эшләй. Шунан һуң Өфөгә күсеп килә. Бында «Йәш төҙөүсе» гәзитенең (хәҙерге «Йәншишмә») тәүге мөхәррире була.
Артабан «Ленинсы», «Йәш коммунар» гәзиттәрендә бер нисә йыл мөхәррир, мөхәррир урынбаҫары вазифаларын баш­ҡара.
1937 йылда ул Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Шунан Мәскәүҙә мөхәррир һәм тәржемәселәр курсында уҡый.
1938 – 1940 йылдарҙа Башҡортостан Тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү инс­титутында ғилми хеҙмәткәр була.

Шағирҙың яу йылдары

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Мөхәмәтйәров Хәй фронтҡа китә һәм илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙе һаҡлау өсөн барған ҡаты алыштарҙа взвод менән етәкселек итә. 1942 йылдың ғинуарында Мәскәү өлкәһе Верея ҡалаһында һәләк була.
Әммә уға тиклем хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙ килгән икән.

Һеңлеһе – хәрби табип

Хәйҙең бер туған һеңлеһе Рәйсә апай ҙа, медицина институтын тамамлағас, һуғышта ҡатнаша, генерал Руссияновтың 1-се гвардия дивизияһында, һуңынан механизацияланған гвардия корпусында санитар взводы хирургы булып хеҙмәт итә. Яуҙағы батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Бөйөк Еңеү көнөн Австрияла ҡаршылай. Армиянан 1946 йылда ғына ҡайта. Һуғыштан һуң да үҙ һөнәре буйынса Өфөлә республика клиник дауаханаһында эшләп, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Тыныс тормошта ла, яуҙа ла йөҙҙәрсә кешенең ғүмерен ҡот­ҡара.

Хәбәрһеҙ юғалмай кеше

Рәйсә апай «хәбәрһеҙ юғалды» тигәндәре менән килешмәйенсә, ағаһының ҡайҙа һәләк булыуын асыҡларға теләп, төрлө архивтарға мөрәжәғәт итә.
М. Хәй 50-се уҡсылар полкында взвод командиры була. Дивизия гәзитен сығарыуға күп көс һала.
Ул Мәскәү янындағы Ярцево, Вязьма ҡалалары янында ҡаты алыштарҙа ҡатнаша.
Рәйсә апайҙың ағаһын эҙләүе тураһында яҙыусы Рәшит Низамов «Күҙ алдымда – ике шоңҡар» тигән мәҡәләлә бик ентекле һөйләй. Был мәҡәлә 2000 йылда «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан «Һуғыш үтте, һағыш ҡалды» тигән китапта бирелгән.
Ағаһының яуҙаштары менән бәйләнешкә инеп, М. Хәйҙең һуғыштағы һуңғы көндәре хаҡында мәғлүмәт таба Рәйсә апай. Бына шуларҙың береһе: «Һаумыһығыҙ, Рәйсә Ғабдрахмановна! Әлеге хат Свириденко Георгий Михайловичтан булыр. (Ул – М. Хәйҙең полк­ташы.) Һеҙҙең хатты, ағайығыҙҙың фотоһын алдым һәм уны шунда уҡ хәтергә төшөрҙөм. Уның менән 359-сы полкта бергә хеҙмәт иттем. 1941 йылда фашист илбаҫарҙары Вязьма янында беҙҙең полкты ҡаманы. Унан сыҡҡанда полктың күп һуғышсылары һәләк булды. Был бик ауыр оборона һуғышы ине. Ҡамауҙан Верея ҡалаһына ныҡ йонсоп, хәлһеҙләнеп килдек. Беҙгә берәр буханка икмәк тараттылар. Икенсе көндө дошман Верея ҡалаһын алды. Унан сигенгәндә ағайығыҙ арабыҙҙа күренмәне. Һеҙҙең ағайығыҙ һөйөклө Тыу­ған илебеҙҙе яратҡан һәйбәт кеше, яҡшы пропагандист ине»...

Китаптағы фотола ағаһын таный

Ошонан һуң да эҙләнеүҙәрен дауам итә Рәйсә апай. Ағаһы һуғышып йөрөгән урындар менән бәйле хәрби операциялар барышын өйрәнә. «Вереяның ҡайһы ерендә генә ятып ҡалды икән?» тигән уй уға тынғы бирмәй.
Бер ваҡыт «1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы тарихы» тигән 6 томлыҡ баҫманың II томында Мәскәү янындағы алыштар барышын, баш ҡалаға яҡын Ярцево, Вязьма тирәһендәге бик ҡаты бәрелештәр хаҡында яҙылған мәҡәләләрҙе уҡып ултырғанда китаптың 288-се битендәге фотоға иғтибар итә. Унда Верея ҡалаһы соборында фашистар язалап үлтергән совет яугирҙарының мәйеттәре һүрәтләнгән була. Шулар араһында өс кешенең береһендә үҙенең бер туған ағаһы Хәй Мөхәмәтйәровты таный.
Бына шундай ҡыҙғаныс һәм фажиғәле тарих.

Ижады

Хәй Мөхәмәтйәров 1925 – 1926 йылдарҙа матбуғатта тәүге шиғырҙарын баҫтыра башлай.
1931 йылда «Барышта» тип исемләнгән беренсе китабы сыға. Исеменең сәйерлеге бөгөнгө уҡыусы өсөн әҙерәк ғәжәберәк тә тойолалыр. Уның тәүге исеме «Политехнизм хаҡында балаларға» тип атала. Шул заманда уҡ үҫмерҙәрҙең техник белемгә эйә булырға тейешлектәрен, уның бик кәрәклеген һәм мөһимлеген еткерергә тырышҡан шағир.
М. Хәй башҡорт шиғриәтендә тәүгеләрҙән булып сонет жанрына нигеҙ һала.
1934 йылда Яҙыусылар союзына ағзалыҡҡа ҡабул ителә.
1941 йылдың йәйендә Мәскәүҙә Баш­ҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре уҙғарылырға тейеш була. Шунда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Сәғит Мифтаховтың «Һаҡмар» пьесаһы буйынса опера күрһәтергә йыйына. Уның либреттоһын М. Хәй яҙа.
«Һаҡмар» операһы 1940 йылдың 8 февралендә ҡуйыла. Тик шағир уны тыңлай алмай, 4 февралдә армияға китә. Мәскәүҙә декада көндәрендә күрһәтеү өсөн опера ҡабаттан эшләнә. 1941 йылда тамамланһа ла, премьераһы 1943 йылдың 11 декабрендә генә була. Һуғыш ваҡытында ла халыҡтың рухы тураһында онотмауҙарына һоҡланаһы ғына ҡала.
Хәй Мөхәмәтйәровтың архивындағы шиғырҙары, хаттары һәм көндәлектәре менән танышҡан әҙип Риф Мифтахов шағирҙың «Пионер ынйылары», «Ҡыҙыл осҡондар», «Бураҙна малайҙары» тип исемләнгән шиғыр дәфтәрҙәре барлығын да әйтә.
1934 йылда М. Хәйҙе Ишембай ҡалаһына нефтселәр гәзитен ойошторорға ебәрәләр. «Башҡортостан вышкаһы» тигән баҫманың мөхәррире итеп билдәләйҙәр. Шул ваҡытта шағирҙың алып барған көндәлектәре бик ҡыҙыҡлы һәм фекерле. Тынғыһыҙ кеше булған ул. Бер ҡасан да үҙенең күңел донъяһына ғына бикләнеп йәшәмәгән. Бөтә нәмәгә әүҙем мөнәсәбәт күрһәткән.
Әгәр 30 йәшендә Бөйөк Ватан һуғышында үлеп ҡалмаһа, Хәй Мөхәмәтйәров бик ҙур шағир булыр ине. Уның дәреслектәргә ингән «Ватан» исемле шиғырын һәр бала яттан белә:
...Мин һине, илем,
Бирмәм һис кемгә.
Һинһеҙ тормош юҡ,
Йәшәү юҡ беҙгә.
Һәм шағир үҙенең намыҫлы ғүмере менән ошо юлдарға тоғролоғон раҫлай.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Миниатюралар

I
Мин сикһеҙ бай, сикһеҙ бәхетле
Бер ҡарашы менән илемдең.
II
Тормош! Һиңә күтәрелгән һайын,
Матурлыҡтар матурланалар,
Киңлектәр киңәйә, бейеклектәр
Һаман бейегәйә баралар.
III
Ниңә урман былай йәшел икән,
Һыуҙар бигерәк таҙа икән, тим,
Әллә был тормоштоң матурлығын
Беренсе ҡат күрәм микән мин?

1938 йыл.

Шиғырҙың тыуыуы

Тәрән интегеүҙең емеше булып
Шиғыр тыуа. Бөтә хистәрҙең
Көсө менән кисерәһең уны,
Ала иң ҡәҙерле уйҙарҙы.
Күпме йоҡо ҡала шиғырҙарҙа,
Ләкин улар шиғыр янында
Бик кескенә, һин үҙең тыуаһың
Ҡыҫҡа ғына шиғыр юлында.
Яҙып бөткәс һуңғы шиғырҙы,
Ятҡа уҡып сығып китәм мин.
Икенсе көн ризаһыҙлыҡ менән
Ҡулға тағы ҡәләм алам мин.
Шиғырҙарым, һеҙҙең менән шулай
Мәңге ҡәнәғәтләнә алмам мин!

1939 йыл.

 

"Мин һине, илем, бирмәм һис кемгә"
"Мин һине, илем, бирмәм һис кемгә"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: