+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Күренекле шәхестәр
20 Октября 2021, 07:05

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө

Ҡайын япрағы

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөБашҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө

Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, –
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –
Шундай йәшел, юғары.
...Картаға ҡарап, еремде:
– Бер япраҡ саҡлы, – тинем,
Мин хайранмын киңлегеңә,
Башҡортостаным – илем!
Бер сигең Яйыҡ ярында,
Ыҡ буйында бер сигең,
Бөркөт ҡанатын талдырыр
Сал тауҙарың бар һинең.
Һиндә тормоштоң көрлөгө,
Донъялар именлеге,
Һиндә тауҙар ғорурлығы,
Далалар иркенлеге.
Һыуҙарың көмөш.Тупрағың
Торғаны алтын һинең,
Бар хазинаңдан ҡиммәтле
Бәхетле халҡың һинең!

                                    Мостай КӘРИМ.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас