

Бына әле район китапханаһында уның ижадына арналған «Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо» тигән әҙәби-музыкаль кисә үткәрелде.
Район китапханаһы хеҙмәткәре Айгөл Афзал ҡыҙы Тоҡомбәтова менән «Горница» клубы ағзаһы Данфира Ғүмәр ҡыҙы Харисовалар халыҡ шағирының тормош һәм ижад юлына байҡау яһағас, уның хаҡында замандаштарыбыҙҙың, республикабыҙҙың күренекле вәкилдәренең әйткән һүҙҙәрен дә миҫалға килтерҙе. Юҡҡамы ни академик Ғайса Хөсәйенов Мостайҙы «милләтебеҙҙең рухи йондоҙо» тип атап: «Кеше күңелен йылыта ла, күңелдәрҙе күтәрә лә ала уның әҫәрҙәре», – тип әйтмәгән. Ысынлап та, аҙашҡандарға юл күрһәтеп тороусы йондоҙ ише ул Мостай Кәрим!
Дим буйының гүзәл төбәге – Шишмә районының Келәш ауылында тыуып үҫкән Кәримовтар ғаиләһендә Мостафа Сафа улы уҡый-яҙа белеүсе икенсе кеше була. Иң беренселәрҙән булып ул ижекләп уҡырға һәм үҙенең ҡултамғаһын ҡуйырға өйрәнә. Һуңыраҡ инде кескәй Мостафа яҙыша башлай. Аҙаҡ инде, Ғайса Хөсәйенов әйткәнсә, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ниҙәр генә күрһә лә, йәнтөйәгебеҙҙең гәлсәр шишмәләренән илһам алып йәшәй һәм моңло йыр кәрәҙҙәре ҡоя. Шулай итеп, халҡыбыҙҙың данлы улы Мостай Кәрим донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индергән, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәргән, үҙенең көсөн һәм һәләтен бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышлаған әҙип булараҡ танылыу яуланы. Ул шиғриәт, драматургия, публицистика, проза өлкәһендә лә берҙәй ең һыҙғанып эшләне.
Кисәлә ҡатнашыусылар уның юғары наградаларын барлап, шағирҙың иң элек кешелеклелек сифаттарына туҡталды. Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияла оҙаҡ йылдар эшләгән өлкән уҡытыусы Зөһрә Усманова 1992 йылда Өфөлә курстарҙа уҡып йөрөгән сағында Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектаклен ҡарауы һәм шағир менән осрашыуы тураһында бик тулҡынландырғыс итеп һөйләне. «Һәр беребеҙҙе иғтибар менән тыңлап, үҙенең кәңәш-теләктәрен дә әйтеп үтте», – тине Зөһрә Усман ҡыҙы, шағирҙың иғтибарлы, итәғәтле булыуын билдәләп. – Барыбыҙҙы ла тыңларға ваҡытын да, форсатын да йәлләмәне. Бик аҡыллы, үтә ябай кеше булыуы менән шунда уҡ хөрмәт тойғоһо уятты». Зөлфиә Сафина менән районыбыҙ сәсәниәһе Хәнифә Әбүбәкирова ла Мостай Кәримдең бик ябай, һәр кемгә йылы һүҙ таба белеүен әйтеп үтте. Шуға ла шағирҙың Урал аръяғындағы уҡыусыларын, йән ҡәрҙәштәрем, тип атауы юҡҡа түгелдер. Ишҡолдан Рәшиҙә Мөхәмәтдинова менән Әсхәл Әхмәт-Хужаның тормош иптәше Лүзә Әхмәтҡужиналар ҙа Мостай ағайҙы бик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды.
Роза Таһирова, Зөлхиә Исхаҡовалар Мостафа Сафа улы менән Әбйәлилдә һәм Мәскәүҙәге осрашыуҙары тураһында һоҡланып һөйләһә, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фәрзәнә Хамматова иһә Сибайҙа педагогия училищеһында уҡыған сағында шағирҙың уларҙың уҡыу йортона килеүен хәтеренә төшөрҙө. «Беҙгә автографтар таратты, арҡабыҙҙан һөйөп, үҙенең изге теләктәрен еткерҙе. Уның бүләк итеп биргән «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» китабын әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым», – тине Фәрзәнә апай, шағирҙы ҙур хөрмәт менән телгә алып.
Иҙрис Ноғоманов та Стәрлетамаҡта яҙыусылар йыйынында ҡатнашыуын, улар менән осрашыуға Мостай Кәримдең дә килеүен һөйләгәндән һуң: «Халыҡтың үҙен яратыуы, ихтирам итеүе шунда уҡ һиҙелде, – тине ул. – Шағир ишектә күренеү менән бөтәһе лә аяғүрә баҫып, зал шып-шым булды. Уның сығышын иғтибар менән тыңланылар. Ауырып йөрөүенә ҡарамаҫтан, осрашыуға килгән шағирға йыйылған халыҡтың ихтирамы ҙур ине».
Гөлсөм Вәкил ҡыҙы һәм Фәтиха Хәмит ҡыҙы Хәкимовалар ҙа бөйөк шағир хаҡындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, уның яҙыусы ғына түгел, бына тигән дипломат та, юғары мәҙәниәт өлгөһө булыуын да төрлө хәл-ваҡиғалар, миҫалдар ярҙамында иҫбат итте.
Был көндө Мостай Кәримдең үҙ тауышы менән яҙылған «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғырының аудиояҙмаһы ла яңғыраны. Евгения Васильева менән Таһир Күсимов исемендәге гимназияның X синыф уҡыусыһы Вилдан Батталов уның шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерһә, Гөлфирә Йәһүҙина иһә уның һүҙҙәренә яҙылған «Сигеү сигә ҡыҙҙар» йырын йырлап күрһәтте.
Кисәлә ҡатнашыусылар Мостай Кәрим тураһында ошондай матур сара ойоштороусыларға ҙур рәхмәтен белдерҙе һәм уларға артабанғы эштәрендә ҙур уңыштар теләне.
Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.