+16 °С
Облачно
VKOKTelegram
Күренекле шәхестәр
5 Ноября 2021, 04:00

Ҡыуандыҡтың ҡыйғыр бөркөтө

Тойғон ижады, Тойғондоң рухи донъяһы тураһындағы һүҙемде бер аҙ ғына алыҫтаныраҡ – уның тыуған ере – Ҡыуандыҡ тигән ғәжәйеп бер төбәк менән бәйле тәьҫораттарымдан башларға булдым. Сөнки шағирҙы яҡшыраҡ аңлар өсөн барыбер ҙә бер генә мәртәбә булһа ла уның тыуған-үҫкән яҡтарын күреп, шул ерҙең һыуҙарын эсеп, һауаларын һулап, шунда ғүмер иткән милләттәштәребеҙ менән күрешеү, аралашыу үтә лә мөһим булған икәнлегенә инандым. Яҙмыш миңә ошондай алыҫ юлдарҙа йөрөп ҡайтырға насип иткәненә әле лә ҡыуанып ултырам.

Ҡыуандыҡтың ҡыйғыр бөркөтөҠыуандыҡтың ҡыйғыр бөркөтө
Ҡыуандыҡтың ҡыйғыр бөркөтө

..1995 йылдың ҡояшлы май көндәрендә Ырымбур тарафтарында оло бер байрамдың уртаһында булыу мөмкинлеге тейҙе. Беҙҙе, Ырымбур өлкәһендә үткәрелгән Башҡортостан көндәрендә ҡатнашыусыларҙы, башта үҙәк ҡаланың үҙендә төрлө байрам сараларына саҡыр­ҙылар, иртәгеһенә изге йортобоҙ – Кар­уанһарайҙың эсен дә, тышын да күреп йөрөнөк, уның алдында ҡоролған баш­ҡорт тирмәләрендә йыр, ҡурай моңдары тыңлап кинәндек. Байрамды артабан өлкәнең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә – Туҡ-Соран буйҙарында, Һарыҡташ менән Төйлөгән, Ҡыуандыҡ-Медногорск яҡтарында дауам итеү планлаштырылғайны.
Беҙҙең бәләкәй генә төркөм Ҡыуандыҡ төбәген һайланы. Бына икһеҙ-сикһеҙ дала киңлектәре буйлап өлкәнең көнсығышына табан елдерәбеҙ. Юлыбыҙ ике йөҙ саҡрымдар самаһы гел генә Урал менән Һаҡмар йылғалары арауығынан, Уралдың уң яҡ яр буйҙарына һыйыныбыраҡ алға ынтыла. Әммә бер мәлде тип-тигеҙ, тап-таҡыр оло юл саҡ ҡына һулға тартыла бирә, тиҙҙән Беләү тигән ҙур ғына ауылды үтеү менән, тимер юл аша сығып, Медногорск ҡалаһына барып керәбеҙ. Беләү тигәнебеҙ кескенә йылға исеменән, урыҫса әйтелеше сәйерерәк яңғырай – Блява булып киткән. Медногорск нәҡ шул Беләү буйында ултыра. Ә арыраҡ – Беләүтамаҡ тигән башҡорт ауылы, уҙған, йәғни, ХХ быуатта киң билдәле халыҡ йырсыһы, сәсән Яхъя Аҡмырҙиндың тыуған төйәге. Беҙ иһә Медногорскиҙы үтеп, Һаҡмар буйына, Ҡыуандыҡ ҡалаһына йүнәләбеҙ. Бына ғәжәп – ошоға тиклем юлда арып, йоҡом­һорап ултырыу онотолоп, өр-яңы тәбиғәт донъяһына килеп кереү менән, ҡая таштары ослайып, сусайып торған тауҙарға, һәр боролош һайын төрләнеп, матурланып таң ҡалдырған күренештәргә һоҡланып, ер-һыу күркәмлегенән ләззәт, кинәнес алып барабыҙ.
Ҡыуандыҡ ҡалаһы – шул уҡ исемдәге район үҙәге. Унда аҙ ғына туҡталып тор­ғандан һуң, урындағы мәҙәниәт етәкселәре оҙатыуында Һаҡмарҙы үрләп, Сурай ауылына юлланабыҙ. Унда ла, ошо тирәләге эрле-ваҡлы башҡорт ауылдарын бөтөрөү иҫәбенә хәҙер башҡортлашып бөткән элекке украин ауылы Ракитянкала ла беҙҙе ҡыҙыҡлы осрашыу­ҙар, танышыуҙар көтә. Сурай, унан үрҙәрәк йәнә беҙҙең Хәйбулла районының сигендә үк ултырған Аҡсура ауылы бар икән. Әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә Тойғон атлы күренекле шағирҙы, Баш­ҡортостандың халыҡ артисы, йырсы, музыкант Артур Туҡтағоловты, маһир ғалим, педагог Рафаэль Аҙнағоловты биргән төбәк был.
Шағир һәм уның тыуған ере... Ниндәй генә булмаһын, шағир тыуған ер булған өсөн генә лә ҡәҙерле ундай төбәктәр. Мәғрур ҡаялы тауҙар, йәм-йәшел урмандар араһына һыйынып ултырған ошо боронғо Сурай ауылын барып күрмәһәм, мин Тойғондо яҡшы беләм, тип әйтә алыр инемме икән? Гәрсә уның менән 1963 йылда уҡ әле Өфөгә килеп, Башҡорт дәүләт университетында уҡый башлаған тәүге көндәренән үк яҡындан аралашып йәшәгән булһам да, шағирҙы тәрәнерәк тойоп аңлар өсөн нәҡ ана шул бүтән яҡтарҙан айырылып торған Ҡыуандыҡ тигән хозур төбәкте хатта махсус барып күреп ҡайтырға кәрәк бул­ғандыр әле ул. Ә хикмәт шунда: Риф Тойғонов – бөтөн булмышы менән үҙенең ошо мәғрур тыуған тәбиғәтенең, ошондағы ташлы тауҙарҙың айырыл­ғыһыҙ бер өлөшө һымаҡ бәһлеүән бер ир-егет булды. Хатта дәү кәүҙәһе, көр тауышы, ихласлығы, яғымлылығы ла уға шул ерҙән, шул тәбиғәттән бирелгәндер һымаҡ тойола ине. Эйе, тәбиғилеге – тәбиғәттән, әммә рухиәте иһә – туған халҡынан, туғандарынан, ауылдаштарынан, яҡташтарынан. Минең аңлауымса, уның ижадының шишмә башы ла, һәр ваҡыт тамырҙарына һут биреп торған илһам сығанағы ла, әйтер һүҙе, йырлар йыры ла, милләтебеҙ яҙмышы өсөн борсолоу-хафаланыуҙары ла күп яҡтары менән ҡыуа­ныслы Ҡыуандыҡ төбәгенә, шул ерлеккә бәйләнгән. Дөрөҫөрәге, баш­ҡорт әҙәбиәтенә ул үҙ яғының, үҙ еренең ҡабатланмаҫ матурлыҡтарын, тарихи хәтерен, боронғо үҫәргән ҡәүеменең һутлы телен, бигерәк тә һуңғы осорҙа яҡташтарының иңенә төшкән заман ауырлыҡтары, замандың ауыр һынауҙары тураһында уйланыуҙарын алып килде. Тойғондоң булмышына хас тыу­ған ергә тоғролоҡ хаҡында Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Марат Кәримов ошолай тип әйткәйне: «Эйе, матурлыҡты тойоу, бала саҡтан матурлыҡ эсендә йәшәү кешеләрҙе шағир яһайҙыр ҙа. Һин тыуған яғыңдың матурлығын, яҡташтарыңдың күңел бейеклеген тойоп, улар менән аралашып үҫкәнһең. Был яҡтарҙа һинең һымаҡ барыһы ла шағир булып китмәгән. Яҙмыш тиҫтерҙәрең араһынан һине генә оло һүҙ әйтергә һайлаған».
Ысынлап та, кеше яҙмыштары, илебеҙ, халҡыбыҙ, заманыбыҙ тураһында йөрәктән сыҡҡан оло һүҙ әйтерҙәй, бөйөк һүҙ оҫталары менән дан алған башҡорт әҙәбиәте мөхитендә үҙенең лайыҡлы урынын тапҡан үҙенсәлекле шағир, прозаик, драматург, шуның өҫтөнә билдәле йәмәғәт эшмәкәре булып танылды Риф Ғәлим улы Тойғонов. Төрлө жанрҙарҙа эшләһә лә, Тойғон, әлбиттә, бөтөн булмышы, тәбиғәте, хатта алсаҡ та, асыҡ та холҡо, фиғеле менән дә иң элек шағир ине. Шуның өсөн дә уның проза әҫәр­ҙәрен Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай шағир прозаһы тип атаны. Ә шағир прозаһы ул, минеңсә, прозаның, әйтәйек, хислерәк, тойғолораҡ булыуы менән дә, тел-стиль йәһәтенән дә һиммәтлерәк бер төрө. Тойғондоң ижады кешелеклелек, донъя­ға, кешеләргә яҡты, мөҡәддәс һөйөү тойғолары менән һуғарылған. Уның шиғри йыйынтыҡтарының исемдәре лә рухи донъяһының ниндәй бай һәм ихлас булғанлығы тураһында һөйләп тора: «Ҡул йылыһы» (1982), «Тәҙрәмдә ҡояш яҡтыһы» (1987), «Күңел һағына» (1992), «Һуңлауҙар юҡ ысын һөйөүгә» (2006)...
Әммә, шағир әйткәнсә, «иң ҙур һөйөү ерҙә – әсәгә», унан туған телеңә, илеңә һәм, өсөнсөнән, «иң ҙур һөйөү ерҙә – йәреңә». Тойғон һөйгән йәре Рәйсә ханым менән береһенән-береһе аҡыллыраҡ, һөйкөмлөрәк ҡыҙ һәм ул үҫтерҙеләр. Һөйөп, яратып үҫтерҙеләр, тип өҫтәр инем. Бына һигеҙ генә юллыҡ шиғырҙа ата-әсә һөйөүе тураһында нисек сағыу, образлы итеп әйтеп биргән шағир. Ҡыҙының: «...Ниңә Айгөл тип ҡуштың исем?» тигән һорауына атай кеше:
Айлы төндә тыуҙың,
Нурлы айҙай,
Йөҙөң балҡып торһон өсөн, –
тип яуап бирһә, әсә өсөн иһә ҡыҙының исемендә «гөл» һүҙенең мәғәнәһе алға сыға:
Ҡыш айында тыуҙың,
Һин бит гөлөм,
Булмаһа ла гөлө ҡыштың.
Ата һәм әсә күҙлегенән ҡарағанда, ҡыҙҙарының һорауына яуаптар нәҡ шундай булырға тейеш тә. Тойғон ижадының тәбиғилеге һәм, остазы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми әйткәнсә, «зримый», «предметный» булыуының бер өлгөһө был.
Шағирҙың атай, әсәй булған һәр кешенең күңеленә үтеп инерҙәй «Ҡосағымда улым йоҡлай» тигән шиғыры менән уның был йыйынтыҡҡа индерелмәгән булыуын да иҫәпкә алып, саҡ ҡына ҡыҫҡартыбыраҡ таныштырып үтһәм, урынлы булыр, тип уйлайым:
Ҡосағымда улым йоҡлай...
Ә көнө һуң! Әйтерһең дә,
Ҡояш нуры балҡып китер,
Йылмайһа, ҡаш-керпегендә.
Тәү күргәндәй, һиҫкәнәмен
Тын алышын тойғанға ла
(Хәйер, ерҙә тертләүсе бар
Хатта һалам һынғанға ла.)
Ҡосағымда улым йоҡлай...
Йыһан көлә ҡояш булып.
Тик яңылыш аңламағыҙ,
Күңелдәрем китһә тулып.
Улым төҫө итеп күрәм
Ерҙең йәм һәм биҙәктәрен.
Бала уйы һәр атаның
Өҙәлер ул үҙәктәрен.
Улым йоҡлай...
Уйҙарымдың
Нисек осона сығайым?
Ул атаһы булған кеше
Аңлар мине, моғайын.
Тойғондоң йәндәй күргән ҡыҙына, улына арналған бүтән шиғырҙарында ла үтә лә нескә, яҡты хис-тойғолары хуш еҫле гөлләмә һымаҡ бөркөлөп тора. Шул уҡ ваҡытта шағир образы бында инде күпте күргән, күпте кисергән олпат ҡына аҡыл эйәһе һынында күҙ алдына баҫа. Килене Неля менән улы Айҙарға төбәп, ул, мәҫәлән, былай тип өндәшә:
Һеҙ – алыҫта. Тик уйҙарым
Йыш оса янығыҙға.
Йәшлегемде төҫмөрләйем,
Баҡһам буй-һынығыҙға.
Һеҙҙә күрҙем тормошомдоң
Дауамын мин – хыялда.
Аҡылығыҙ оҙатып барһа,
Булырһығыҙ хаҡ юлда.
Үҙенең яҡындарына ғына төбәп әйтелһә лә, был юлдар, ғөмүмән, йәштәрҙе иманлы булырға саҡырыуы, шағирҙың «Хаҡ юлдарҙа йөрөгәндең ҡаҡшамаҫ һис иманы», тип раҫлауы менән ҡәҙерле. Халыҡта «Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел», тигән тәрән аҡыллы әйтем бар. Быуаттар һынауын үткән был ҡанатлы һүҙҙәр Тойғондоң шиғырында йәштәребеҙгә Аҡмулла нәсихәттәре һымаҡ яңғыраш ала:
Йәшәгеҙ гел бүләк булып
Берегеҙгә берегеҙ.
Ә тормошта һәр кешене
Әүлиә тип белегеҙ.

Ә, ғөмүмән, Тойғон ижады халыҡсан, кеше күңеленә яҡын булыуы менән айырылып тора, тип раҫлай алам. Уның күп кенә шиғырҙары халҡыбыҙ, телебеҙ, илебеҙ яҙмышы тураһында уйланырға, фекер йөрөтөргә, йыш ҡына фәһем алырлыҡ һорауҙар ҡуйырға мәжбүр итә. Шағирҙың, мәҫәлән, «Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй» тигән шиғыры айҡанлы бер ваҡыт миңә үҙенсә бер әйтеш ҡорорға тура килде, йәғни:
Беҙ кем, тигән һорау тормай, беләм,
Уралыма һөйөү йәшәтә.
Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,
Халҡың өсөн янһаң, шул етә, –
тип башланған ул шиғырға яуап итеп:
Юҡ, туғаным, улай түгел дә ул,
Башҡорт булыу үтә яуаплы.
Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк,
Башҡорт булыуҙары сауаплы, –
тип яҙғайным «Башҡорт булыу өсөн күп кәрәк» тигән шиғырымда. Юҡ, Тойғондоң фекерен кире ҡағыуҙан түгел, ә, бәлки, уны тағы ла көсәйтеберәк ебәреү ниәте менән яҙғанмындыр, тимәксемен. Сөнки беҙ бит асылда иңгә иңде терәп йәшәгән дуҫтар, иптәштәр, замандаштар булдыҡ. Илебеҙ, телебеҙ – хәҙерге баш­ҡорт шиғриәте өсөн мөҡәддәс темалар­ҙың береһе. Тойғон ижадында был тема – иғтибар үҙәгендә. Бына шул хаҡтағы һигеҙ юллыҡ:
Йырһыҙ йәшәү – нурһыҙ йәшәү, тиҙәр,
Йөрәгем минең – айҙыр.
Ай-йөрәгем, әйҙә нур-йырымды
Халҡым күңеленә яуҙыр!
Илһеҙ йәшәү – телһеҙ йәшәү, тиҙәр,
Илкәйем минең – Урал.
Урал-илдә үҫкән ҡурай телем,
Хаҡ хәбәр булып тарал!
Был йыйынтыҡҡа шағирҙың «Иҫемдә», «Юҡ, барыбер һине онотоп булмай», «Хушлашыу йыры», «Ҡабатлама минең хатаны», «Эй, Ырымбур, Ырымбур» тигән тәрән мәғәнәле йыр текстары индерелгән. Шулар араһында Артур Туҡтағолов көйгә һалған «Эй, Ырымбур, Ырымбур» йыры уның тыу­ған яғына мәҙхиә булып яңғырай.
Шағир ижадында еңелсә юмор, тормошобоҙҙағы йәмһеҙ, килбәтһеҙ күренештәрҙән ипле генә һәм йәпле көлә белеү алымы ла йыш осрай. Бынан тыш, «Минең ҡәйнәм – Шерлок Холмс», «Баҙар мөнәсәбәте», «Йәбешмәнем», «Ижад йортонда» һымаҡ юмористик шиғырҙар йыйынтыҡты тағы ла уҡымлыраҡ итә.
Ниһәйәт, Тойғондоң ҙур күләмле шиғри әҫәрҙәре – поэмалары тураһында бер кәлимә һүҙ. «Баҡсала», «Ҡәнифә юлы», «Фатиха» исемле поэмаларында ул заманыбыҙҙың киҫкен әхлаҡи, социаль һәм хатта сәйәси проблемаларын ҡыйыу рәүештә күтәреүе менән иғтибарҙы йәлеп итте. «Фатиха» поэмаһы актуаллеге, тормошсанлығы, авторҙың халыҡ, республика яҙмышының төпкөлдәренә үтеп инеүе һәм, әлбиттә, поэтик оҫталыҡ йәһәтенән ғәйәт юғары кимәлдә эшләнеүе менән үткән быуат аҙағындағы иң яҡшы башҡорт поэмаларының береһе һәм Тойғондоң ижади уңышы тип иҫәпләнергә хаҡлы. Был поэма һәм уның поэтикаһы, проблематикаһы тәнҡитселәребеҙҙең айырым иғтибарын талап иткән әҫәр булып ҡала әле.
Шағирҙың был йыйынтыҡта урын алған «Актриса» тигән повесы, драма әҫәре тураһында ла шул уҡ фекерҙе әйтергә тура килә.
Риф Ғәлим улы Тойғонов оҙаҡ йылдар буйы Башҡортостан Яҙыусылар союзында яуаплы вазифалар башҡарҙы: 1997 йылдың ғинуарынан башлап ун өс йыл буйы Союз идараһы рәйесенең урынбаҫары булды, ә 2012 йылда идара рәйесе итеп һайланды. Ул етәкселек иткән ике йыл ваҡыт республикабыҙҙың әҙәбиәт тормошонда оҙаҡ ваҡыттар онотолмаҫлыҡ иҫтәлекле бер осор булып ҡалды. Бихисап изгелекле эштәр атҡарып өлгөрҙө Тойғон шул ике генә йыл эсендә. Үҙенә оҡшап, урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ла эшлекле, инициативалы кеше булып сыҡты. «Бер ҡанатым – шиғыр, бер ҡанатым – моңло йыр» тигән йырлы-моңло кисәләр, Мәскәүҙә, Силәбе өлкә­һендә, Ырымбурҙа үткәрелгән башҡорт әҙәбиәте, Өфөлә – Рәсәй әҙәбиәте көндәре, бер төркөм яҙыусыларҙың Мәскәүгә, шулай уҡ Арҡайымға сәйәхәтен ойоштороу – күпме көс, тырышлыҡ талап иткәндер был саралар, уныһын Хоҙай ғына белә. Үҙ-үҙен аямайынса, мауығып, йөҙөп йөрөп эшләне Риф Ғәлим улы. Үкенескә, ғүмеренең һуңғы йылдарында уға әйтеп бөткөһөҙ ауыр ҡайғылар кисерергә тура килде. Һөйөп, яратып үҫтергән улдары Айҙар­ҙың Йәмәндәге Рәсәй илселегенең пресс-атташеһы булып эшләгән ерендә йәш кенә көйөнсә ғүмере өҙөлөп ҡалды. Үҙәк өҙгөс тағы бер ҡайғы – ейәнсәрҙәре Сәйҙәне юғалтыу ҡайғыһын кисерҙе Той­ғоновтар ғаиләһе. Эсе тулы ут булһа ла, шуларға түҙеп, һуңғы көнөнә тиклем бөтөн көсөн ижади эшкә арнап йәшәне Риф Ғәлим улы.
«Башҡорт теле һүҙлеге»ндә «тойғон» тигән һүҙгә ошондай аңлатмалар бирелгән: беренсенән, тойғон – ыласындар ғаиләһенә ҡараған аҡ сыбар төҫтәге эре ҡош, икенсенән, әүәл нескә той­ғоло, һиҙгер тигән мәғәнәлә лә ҡулланылған икән ул. Һүҙҙең ике мәғәнәһе лә шағир Тойғондоң булмышына тап килеп тора. Әҙәбиәтебеҙ күгенә ыласындай ҡыйғыр бер ҡош булып күтәрелде шағир, Рәсәй­ҙең һәм Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Риф Ғәлим улы Тойғонов. Яҡын дуҫым иҫтәлегенә арналған шиғырымды ла мин «Ҡыуандыҡтың ҡыйғыр бөркөтө» тип атаным:
Тойғон дуҫым, минең күҙ алдында
Үтте һинең ғүмер юлдарың.
...Өфө тауҙарында яҡты бер йорт
Йыйҙы илдең аҫыл улдарын.
Ошо тауҙарҙа бит беҙҙең йәшлек
Осар ҡоштар булып талпынды.
Йәнебеҙҙә дәррәү ҡабыҙғайныҡ
Беҙ шиғриәт тигән ялҡынды.
Шул ялҡынды сөйөп юғарыға,
Уҡталдыҡ беҙ хыял иленә,
Хыялыйҙар өсөн офоҡтар бит
Ал төҫтәрҙә генә күренә.
Алға әйҙәп, эй, асыла барҙы
Офоҡтарҙан ары офоҡтар.
Аяҙҙа ла, елдә, дауылда ла
Бергә булдыҡ, булдыҡ йән дуҫтар.

Тойғон, Тойғон... Ысын тойғон булып
Остоң шиғриәттең күгендә.
Ихласлығың һәм сафлығың менән
Урын алдың күңел түрендә.

Бер тамаша ине – алпан-толпан
Сәхнәләргә сығып баҫыуың.
«Мөхәббәттән донъя ҡотайыр», тип
Асып бирҙең ғүмер асылын.

Ағы ла бар был донъяның, ҡараһы ла
(Һуңлабыраҡ шуны аңланыҡ),
Аҡлы һәм ҡаралы был мөхиттә
Аҡлыҡ, хаҡлыҡ юлын һайланыҡ.

«Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй»,
Тиһәң дә бит, күпте күтәрҙең.
Тейешен дә, тейеш түгелен дә
Үҙ йөрәгең аша үткәрҙең.

Күпте алдың, күпте күтәрҙең,
Аяманың, дуҫым, үҙеңде.
Бер тау хәтлем кеше инең бит һин,
Тау батырҙай, олпат, түҙемле.

...Һауаларҙы иңләп оса, оса
Ҡыуандыҡтың ҡыйғыр бөркөтө.
Бөркөт булып, һауаларға ашты
Һинең рухың, һинең егетлек.

 

Рәшит ШӘКҮР,
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

 

Ҡыуандыҡтың ҡыйғыр бөркөтө
Ҡыуандыҡтың ҡыйғыр бөркөтө
Ҡыуандыҡтың ҡыйғыр бөркөтө
Ҡыуандыҡтың ҡыйғыр бөркөтө
Ҡыуандыҡтың ҡыйғыр бөркөтө
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас