+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
4 Декабрь 2021, 10:05

Бард-шағир

– Ҡайҙан таптығыҙ һеҙ бындай уникаль кешене? – тип һораны минән Совет районының урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары уның менән бер осрашыуҙан һуң һоҡланыу­ҙарын белдереп.

Бард-шағир
Бард-шағир

Тамашасыларҙы үҙенә ҡаратҡан күренекле балалар әҙибе Николай Граховтың баш ҡалабыҙҙағы 28-се махсус интернат-мәктәпкә килеүе тәүгә генә түгел ине.

Шағир һүҙҙәре, йәғни шиғырҙары кешеләрҙе ауыр ваҡыттарҙа йыуатырға, бәхетле һәм шатлыҡлы саҡтарында һоҡландырырға, һағышлы мәлдәрендә ғәжәпләнеү, хыялланыу тойғоларын тыу­ҙырырға һәләтле, тигән фекере бар бөйөк француз яҙыусыһы Виктор Гюгоның. Һәр шағирҙың ерҙәге төп вазифаһылыр был. Николай Грахов ижады хаҡында ла ошондай уҡ һүҙҙәрҙе әйтергә мөмкин.
Тыумыштан яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм һәм насар күргән балалар белем алған 28-се интернат-мәктәптә бик күп күренекле яҙыусылар килеп, сығыш яһап, уҡыусыларҙы ҡыуандырҙы. Улар беҙҙең саҡырыуыбыҙҙы бик ихлас ҡабул итә, шул уҡ ваҡытта тулҡынланып килә ине. Сөнки әҙиптәр бында ғәҙәти балалар белем алмағанын белә, шуға ла сығыштарын икенсерәк итеп ҡорорға тырыша торғайны. Махсус интернат-мәктәптә белем алыусы уҡыусылар һәр һүҙгә иғтибарлы, әҙиптәрҙең тауыштарынан уларҙың кәйефтәрен дә белеп, холоҡтарын да самалап ултырыусан. Ихлас ҡунаҡтарҙы балалар йотлоғоп тыңлай, аҙаҡ эргәләренән дә китмәй, һорауҙар яуҙыра. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге мөхәррире, өлкән әҙибәбеҙ Кәтибә Кинйәбулатова, Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим, «Башҡортостан пионеры» («Йәншишмә») гәзите мөхәррире Сафуан Әлибаев, Башҡортостан Яҙыу­сылар союзы рәйесе Риф Тойғон, хәҙер республикабыҙҙың халыҡ яҙыусыһы һәм халыҡ шағиры исемдәренә лайыҡ булған әҙибәләр Таңсулпан Ғарипова, Тамара Ғәниева, күренекле шағирҙар һәм журналистар Ринат Камал, Айҙар Хөсәйенов, Зөһрә Ҡотлогилдина, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Рәмил Йәнбәк, Зөбәржәт Миңлебаева, Нурия Фазлыева һәм баш­ҡалар килеп, бындағы балалар менән осрашыуҙан тетрәнеп ҡайтты.
Николай Грахов әле һанап киткән әҙиптәр араһында айырым бер урын алып тора. Сөнки ул – республикабыҙҙа берҙән-бер бард-шағир. Һеҙ беләһегеҙ инде, шиғырҙар ижад итеп, шул һүҙҙәргә үҙе көй яҙып, тамашасы алдында гитара менән йыр башҡарыусыларҙы бард-шағир тип йөрөтәләр. Беҙҙең интернат-мәктәпкә килгәндә лә ул яратҡан музыка ҡоралын ҡалдырмағайны.
Николай Граховтың балалар алдында сығыш яһауы ла бик үҙенсәлекле. Ул башта шиғырын уҡып ишеттерә, шунан яҙылыу тарихын һөйләй, аҙаҡ гитараһында уйнап, йырлап күрһәтә. Бындай бәйләнеш балаларҙың күңелен арбап ала, шағир шунда уҡ улар өсөн үҙ кешегә әйләнә. Иң мөһиме: ҡәҙимге шиғырҙар­ға бөтөнләй икенсе мөнәсәбәт барлыҡҡа килә. Тарихын да белгәс, музыка менән тауыш аша ишеткәс тә шиғырҙар күңелгә нығыраҡ һеңеп ҡала. Ә шиғырҙары ниндәй һуң? Бөтәбеҙгә лә яҡын темаларға яҙылған бит улар. Башҡортостаныбыҙҙың гүзәллеге, тыуған ҡалаһының матурлығына һоҡланып, иң ҡәҙерле кеше – әсәйгә арналған ижад емештәре һәр балаға яҡын.
Өфө – шағирҙың тыуған ҡалаһы, уның мәккәһе. Шуға ла тәүге китабының «Мин Өфөлә йәшәйем» тип аталыуы юҡҡа түгел. «Иҫке Өфө», «Иҫке йорт тураһында йыр», «Таңдан тора әсәй» – тап ана шул тәүге йыйынтығына ингән шиғырҙар. Артабан Николай Граховтың балалар өсөн бер-бер артлы «Йәшел патруль», «Мин нефтсе буласаҡмын», «Ҡанатлы дуҫтар», «Кескәй ярҙамсылар», «Пионерҙар һарайы», «Әкиәттә йәшәгәндәр, ти...», «Иҫке йорт», «Вәт, мөғжизә!..», «Матильда исемле ат һәм башҡа ваҡиғалар» кеүек бик күп китаптары донъя күрә. Әллә нисә мең тираж менән сыҡҡан был йыйынтыҡтар тиҙ арала һатылып та бөтә. Магазин кәштәләрендә уның китаптарын табыуы ҡыйын. Бының сәбәптәренең береһе – Николай Грахов кескәйҙәрҙең психологияһын белеп яҙа, балаларса бер ҡатлы, ихлас һәм юмор менән. Шиғырҙары ла, әкиәттәре лә бәләкәстәрҙе уратып алған донъя: ҡоштар, йәнлектәр, тәбиғәт тураһында. Автор улар аша кешеләр холҡон да сағылдыра, әйләнә-тирәбеҙгә һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға саҡыра. Мөғжизәле, күңелле ваҡиғалар ҙа балалар күңелендәге фантазияны байыта.
Николай Грахов ижадындағы тағы ла бер мөһим йүнәлеште әйтмәү мөмкин түгел. Башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен урыҫ уҡыусыларына еткереүҙә бик күп хеҙмәт һалыусыларҙың береһе ул. Николай Грахов тәржемәләгән авторҙар­ҙың исемлеген тулы килеш бирер өсөн генә күп урын кәрәк булыр ине. Шулай ҙа ҡайһы берҙәрен атап китеү кәрәктер. Халҡыбыҙҙың милли батыры, шағир Салауат Юлаевтан башлап, башҡорт әҙәбиәтенең башында торған Дауыт Юлтый, Ғәйнан Хәйри, Мәсғүт Ғәлиуллин, Ғариф Ғүмәр кеүек әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен, унан ҡала Мостай Кәрим, Кәтибә Кин­йәбулатова, Марат Кәримов, Ибраһим Абдуллин, Әнғәм Атнабаев, Яҡуп Ҡолмой, Барый Ноғоманов, Әнисә Таһирова, Кәбир Аҡбашев, Сабир Шәрипов, Гөлнур Яҡупова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һәм башҡа бик күптәрҙең ижадын тәржемә итә.
Николай Граховтың ошондай оло хеҙмәттәре лайыҡлы баһаһын да алды. Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелде. Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ижад ителгән әҫәрҙәр араһында үткәрелгән Алексей Толстой исемендәге халыҡ-ара конкурста лауреат була.
...Йәнә хаҡлы ялға сыҡҡансы үҙем эшләп киткән 28-се махсус интернат-мәктәптәге осрашыуға әйләнеп ҡайтҡым килә. Ул көндө беҙҙең уҡыусылар Айгөл Фәйзуллина, Алһыу Ғәниева, Светлана Шәймәрҙәнова, Марсель Шәмғоловтар Николай Граховҡа уның шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе. Шағир ҡыуанып, балаларға рәхмәтен белдерҙе. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк. Ул беҙҙә сығыш яһап киткәндән һуң уҡыусыларым араһында ҡулдарына гитара тотоп, көй сығарып йөрөүселәр ҙә булды. Шағир өсөн шунан да ҙур ҡыуаныс бармы икән?! Тимәк, уның ижады уҡыусылар күңеленә барып еткән, тетрәткән, уйландырған, ауаздашлыҡ тапҡан. Әҙәбиәттең бурысы ла шул бит инде.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Николай Грахов әле лә баш ҡалабыҙҙағы балалар үҙәк китапханаһында эшләп йөрөй һәм яңы әҫәрҙәр ижад итә. Уға һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ.

Миңлегөл ХИСАМОВА, шағирә, Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты,

мәғариф ветераны, Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: