+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
11 Декабрь 2021, 10:05

Беҙ ҙә ғариповсылар бит әле!

Был осрашыуҙа беҙ ҙә ҡатнаштыҡ.

Беҙ ҙә ғариповсылар бит әле!
Беҙ ҙә ғариповсылар бит әле!

Ни тиһәң дә, бөйөк шағирыбыҙ исемен йөрөткән гимназияла уҡыйбыҙ бит. Сараға саҡырылған ҡунаҡтар араһында Башҡортостандың Яҙыусылар берлегенән шағир Нурлан Ғәниев, Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, прозаик, тәржемәсе Зөһрә Бураҡаева, «Киске Өфө» гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева, шағир­ҙың балалары Гөлнара һәм Азамат Ғариповтар ҙа бар ине. Уларҙың һәр береһе Рәми ағайҙың тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләне. Илһамланып шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙеләр. Балаларының һөйләүҙәрен тыңлауы бигерәк тә тулҡынландырғыс булды. Гөлнара Ғарипова бөтәһе лә түҙемһеҙләнеп көткән «Шағир көндәлеге» фильмының яҡын арала донъя күреүенә өмөт белдер­һә, улы Азамат ағай атаһына арналған фотоальбом әҙерләүен, киләсәктә эшләнеп бөтөлмәгән шәжәрәләрен дауам итәсәге хаҡында әйтеп үтте. Ҡәҙим Аралбаев бөгөндән үк шағирҙың 100 йыллығына әҙерлек эштәрен башларға тәҡдим итте.
Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе оло хөрмәт менән яратҡан шағирыбыҙҙың яҡты исемен телгә алды. Ысынлап та, Рәми ағай – Башҡортостан яҙмышында ҙур роль уйнаған, үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырған бөйөк шәхес. Беҙ, гимназистар, уның исемен йөрөткән белем усағында уҡыуыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

 

Розалина МӨХӘМӘТЙӘНОВА, X синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: