+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
5 Февраль 2022, 07:45

Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына - 90 йыл

2022 йылдың 5 февралендә ғалим, әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына  90 йыл тула.

Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына - 90 йыл
Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына - 90 йыл

Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында 1932 йылда донъяға килгән. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Темәс педагогия училищеһында белем алыуын дауам итә. Уҡыу отличнигы булараҡ, Ким Әхмәтйәновты К.А.Тимирязев исемендәге башҡорт дәүләт педагогия институтына ебәрәләр. Уны ла яҡшы билдәләргә генә тамамлап, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһына эшкә ҡалдырыла. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантура тамамлай, ғилми эш менән шөғөлләнә.

Ким Әхмәтйәновтың 1971 йылда сыҡҡан "Әҙәбиәт теорияһы" тигән китабы киң танылыу һәм юғары баһа ала. 1972 йылда ошо хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев премияһы лауреаты була.

Ғалим күберәк башҡорт поэзияһы үҫеше тураһында фәнни хеҙмәттәр яҙа, күп монографиялар, дәреслектәр авторы. 

Ким Әхмәтйәнов 1980 йылдың 9 ноябрендә вафат була, тыуған ерендә ерләнгән. Әлмөхәмәттә, Сиҙәм ҡасабаһында, Асҡарҙа уның исеме менән аталған урамдар бар. Әбйәлил районы хакимиәте 1992 йылда Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия булдырған.

Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына - 90 йыл
Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына - 90 йыл
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: