+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Күренекле шәхестәр
19 Февраля 2022, 07:25

Һеҙ - беҙгә өлгө

Ауылды һаҡлап ҡалыу, уның элекке данын юғалтмай, киләсәктә лә билдәле булып йәшәһен, яңырһын өсөн янып, йән атып йөрөүселәр күп беҙҙең Малайҙа. Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев – шундай шәхестәр­ҙең береһе.

Һеҙ - беҙгә өлгөҺеҙ - беҙгә өлгө
Һеҙ - беҙгә өлгө

Ауылымдың исеме лә
Бик ябай ғына – Малай!
Салауатҡа тиң булырға
Теләй бында һәр малай...
Ҡырмыҫҡалы районында бик боронғо, оло тарихлы Малай тигән ауыл бар. Ул көмөш тәңкәләй түңәрәк күлдәре, урман-ҡырҙары һәм ихлас, күркәм кешеләре менән дан тота. Әлбиттә, Малайҙың төп байлығы – тырыш, уңған, эскерһеҙ кешеләре.
Ауылды һаҡлап ҡалыу, уның элекке данын юғалтмай, киләсәктә лә билдәле булып йәшәһен, яңырһын өсөн янып, йән атып йөрөүселәр күп беҙҙең Малайҙа. Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев – шундай шәхестәр­ҙең береһе.
Ағайыбыҙ – билдәле журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Фәнил Шәмсетдин улы менән Малай мәктәбе уҡыу­сылары араһында бәйләнеш өҙөлгәне юҡ. Белем усағыбыҙҙа уҙған һәр сарала беҙҙең мәртәбәле һәм ҡәҙерле ҡунағыбыҙ ул. Ауылдашыбыҙ ярҙамы менән беҙ, уҡыусылар, «Йәншишмә» гәзите һәм «Аманат» журналы мөхәррирҙәре һәм балалар яҙыу­сылары менән осрашыуҙар үткәреп торабыҙ. Әйткәндәй, ул «Йәншишмә» гәзитен йыл да мәктәпкә бүләк итеп яҙҙыртта. Фәнил ағайы­быҙ, үҙ исемендәге премия булдырып, йыл һайын белем усағыбыҙҙың иң алдынғы уҡыусыларына тапшыра. Бөгөн беҙ матур, күркәм һәм яҡты мәктәптә уҡыуыбыҙ өсөн дә уға рәхмәтлебеҙ. Ауылыбыҙҙы йәмләп ултыр­ған уҡыу йорто тап яҡташ аға­йыбыҙ хәстәрлеге менән төҙөлдө.
Фәнил Шәмсетдин улының тарихыбыҙҙы, боронғо үткәнебеҙҙе тәрән белеүе, халҡыбыҙҙы ихлас һөйөүе һоҡландыра. Шундай оло ғорурлыҡ менән әйтә алам: 10 телефильм һәм бихисап китап авторы ул. Ауылыбыҙ тарихы тураһында ғына ла өс йыйынтығы бар. Беҙ уның «Ауылым минең – Малай», «Малай ауылында тыуғандар» китаптарынан үҙ тарихыбыҙҙы, шәжәрә тамырҙарын өйрәнәбеҙ.
– Тыуған яҡ, тыуған ер, тыу­ған ауыл... Һәр кем өсөн изге, ғәзиз, ҡәҙерле ул. Беҙҙең һәр беребеҙҙең ғәзиз тыуған йорто, тыу­ған ауылы бар. Һәр ауылдың үҙенә генә хас, ҡабатланмаҫ иҫтәлекле урындары, ғорурланырлыҡ күренекле кешеләре була. Тыуған төбәгебеҙҙең һәр ағасы, һәр һуҡмағы, һәр кешеһе беҙгә таныш һәм яҡын. Шуға күрә уның тарихын яҡшы белергә, тәбиғәтен һаҡларға, кешеләре менән ғорурланыр­ға тейешбеҙ, – тип һөйләй ағайыбыҙ.
Мин унан өлгө алырға тырышам. Фәнил Шәмсетдин улы кеүек ауылыбыҙ, районыбыҙ ғорурлығы булып үҫке килә.
Беҙ ауылдашыбыҙҙы 70 йә­ше – күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Уға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп ҡалабыҙ.

Ильяс ҒӘЙФУЛЛИН,
VIII синыф уҡыусыһы.
Ҡырмыҫҡалы районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас