+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
21 Февраль 2022, 10:35

Ғүмерлек дуҫлыҡ

Рафаэль Сафин – Рәми Ғариповтың йәштәше. Ул 1932 йылдың 16 февралендә Ҡыйғы районының Йыланлы ауылында тыуған. Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағандан һуң 1947 йылда Өфөгә килеп, музыка училищеһына уҡырға инә. Баш ҡалалағы 9-сы интернат-мәктәптә тәрбиәләнә. Мәскәүҙә Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында Рәми Ғарипов менән бергә уҡый. 1950 йылдарҙа тәүге шиғырҙары матбуғатта баҫыла башлай.

Ғүмерлек дуҫлыҡ
Ғүмерлек дуҫлыҡ

Донъяларымды балҡытып
шатлыҡ килгән мәлемдә
таҡмаҡлайым мин бер йырҙы:
– Әллә-рилә-ләрилә!
Бойоҡ йөрөгән саҡтарымда
йәндәремә йәм инә,
ошо йырҙы бер йырлаһам:
– Әллә-рилә-ләрилә!
Сәхнәлә шағир шиғыр уҡый. Һуңғы юлдарҙы һөйләгәндә башын һелкетеп ебәреүгә тулҡынланып торған ҡуйы сәстәре шул көйгә тирбәлгәндәй була. Залдағы күпселек ҡатын-ҡыҙ тамашасылар шағир­ға һоҡланып, ғашиҡ булып ултыра. Уның шиғырҙарын уҡыуы үҙе бер сәнғәт әҫәренә тиң, шул тиклем матур итеп, артис­тарса һөйләй ине.
Был күп гүзәл заттарҙы үҙенә ҡаратҡан, йоҡоһоҙ төндәргә дусар иткән шағир Рафаэль Сафин булыр. Уның шиғырҙарын егеттәр ҙә үҙҙәренең оҡшатып, яратып йөрөгән ҡыҙҙарына һөйләй торғайны:
Хоҙай һине, ахыры, һине шулай
һоҡланһындар өсөн яралтҡан.
Яралтҡан да, ситтән ҡарап тороп
һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан...
Рафаэль Сафин – Рәми Ғариповтың йәштәше. Ул 1932 йылдың 16 февралендә Ҡыйғы районының Йыланлы ауылында тыуған. Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағандан һуң 1947 йылда Өфөгә килеп, музыка училищеһына уҡырға инә. Баш ҡалалағы 9-сы интернат-мәктәптә тәрбиәләнә. Мәскәүҙә Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында Рәми Ғарипов менән бергә уҡый. 1950 йылдарҙа тәүге шиғырҙары матбуғатта баҫыла башлай. Йыр-моңға ғашиҡ егеттең күңелендәге һағыштары бик күп әҫәрҙәрендә лә сағылыш таба.
Йөрәгемде һағыш бөрөп алһа,
ҡайғы сығып баҫһа юлыма,
йә аҙашып шатлыҡ килеп керһә,
тальянымды алам ҡулыма, –
тип яҙа ул «Тальяным» тигән шиғырында.
Лирик шағир булараҡ, Рафаэль Сафин бик күп йәштәрҙең кумиры ине. Быны тормош иптәшем, үҙе лә шиғырҙар яҙған, талантлы журналист Нияз Мәһәҙиевтең һөйләгәндәре миҫалында ла килтерә алам. Уның әсәһе, Әминә Сафа ҡыҙы, Баймаҡ районының Темәс ауылы китапханаһында эшләгәс, Нияз бик бәләкәйҙән әҙәби әҫәрҙәр уҡып, шиғриәткә ғашиҡ булып үҫә. Осрашыуға килгән күренекле шағирҙар Абдулхаҡ Игебаев, Марат Кәримов, Әнғәм Атнабаевтарҙың сығыштарын тыңлай. Өфөлә 4-се художество интернат-мәктәптә белем алып, нефть институтының архитектура һәм төҙөлөш факультетына уҡырға ингәс, ши­ғыр кисәләрен ҡалдырмай йөрөй башлай. Шунда студенттар йыйылышып ултырғанда Салауат Бәхтиев тигән егет Рафаэль Сафиндың ижад кисәһендә булыуы хаҡында һөйләй. Нияздың нисек үрһәләнгәнен бел­һәгеҙ: «Ниңә миңә әйтмәнең?» – тип иптәшенә осоп ҡунырҙай була, яратҡан кумирын күрә алмағанына ныҡ үкенә, һөйлә, нисек булды, тип үтенә. Аҙаҡ үҙе ишетеп ҡалған кисәләрҙең береһен дә ҡалдырмай, Өфөнөң бер осонан икенсе осона йөрөй башлай. Шағирҙы яҡындан күреп һөйләшеү буй етмәҫлек хыял була.
Институтты тамамлап, Баймаҡҡа архитектор булып эшкә ҡайтҡас, көтмәгәндә был хыялы тормошҡа аша. Районға Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзы етәксеһе Әсғәт Мирзаһитов менән бергә Рауил Бикбаев, Фәүзиә Рәхимғолова, Тимер Йосопов, Рафаэль Сафиндар килеп төшә. Осрашыуҙарҙан буш ваҡыттарында шағир­ҙар күңелһеҙләнмәһен өсөн урындағы яҙышыусы йәштәр Буранбай Исҡужин, Әхмәр Үтәбаев, Рәйес Түләков, Гөллирә Исхаҡовалар әҙиптәрҙе үҙҙәренә бүлеп ала. Әлбиттә, Рафаэль Сафинды Ниязға беркетеп ҡуялар. Шунда улар бер-береһе менән яҡындан таныша һәм аралаша. Ҡунаҡханалағы был осрашыу Нияздың күңелендә мәңге онотолмаҫлыҡ хәтирә булып ҡала.
...Йылдар үткәс, Яҙыусылар союзы рәйесе Рауил Бикбаев Ниязға шиғырҙарын әҙәби кесаҙнала уҡырға тәҡдим итә. Ошондағы осрашыуға ул үҙенең кумиры Рафаэль Сафинды ла саҡыра. Күренекле шағирҙар алдында шиғырҙарын уҡып сыҡҡас, әҙиптәр үҙ фекерҙәрен, кә­ңәштәрен әйтә. Йыйынтыҡты яратҡан ша­ғиры Рафаэль Сафин менән тағы ла бер тапҡыр ҡарап сыҡҡас, ҡулъяҙманы нәшриәткә китап итеп баҫтырып сығарырға тәҡдим итәләр. Ошо кисәнән һуң уларҙың аралашыуы тағы ла йышая. Нияз бер тап­ҡыр өйҙәренә барып ҡайтҡандан һуң: «Ағай яңғыҙ йәшәй. Фатиры һыуыҡ. Һыҙлаған аяҡтары өшөйҙөр инде», – тип әсенеп һөйләгәне хәтерҙә ҡалған. Әммә улар сир тураһында түгел, ә шиғриәт хаҡында һөйләштеләр. Нияз уға телефон аша әҙәбиәт тормошондағы яңылыҡтарҙы еткерә, үҙенең яңы шиғырҙарын уҡый, кәңәштәрен тыңлай ине...
...Бер ваҡыт беҙ ғаиләбеҙ менән Тал­ҡаҫҡа ял итергә барырға юлға сыҡтыҡ. Ҡараһаҡ, яҡташым, күренекле яҙыусы Рәшит Солтангәрәев менән Рафаэль Сафиндар купела ултыра. Төнө буйына шиғыр­ҙар һөйләшеп сыҡтыҡ. Дөрөҫөрәге, Нияз һөйләне. Ул Рафаэль ағайҙың күп әҫәр­ҙәрен ятҡа белеүе хаҡында әйткәйне, Рәшит ағай, ышанмайынса: «Кит, булмаҫ, юҡты һөйләйһеңдер, улай булғас, әйҙә, һөйләп күрһәт», – тине. Нияз, инәлтеп тормай, шунда уҡ Рафаэль ағайҙың «Ялбарыу» тигән шиғыры менән башлап ебәр­ҙе.
Мәхрүм итмә мине, мәхрүм итмә
йән арбарлыҡ сихри моңдарҙан,
моң тыуҙырған ябай исемеңде
йырҙарыма ҡушып йырлауҙан.
..................................................
Бит мәрхүмдәр генә мәхрүм була,
мин йәшәйем әле, мин янам.
Донъям минең һинһеҙ донъя түгел,
мәхрүм итмә мине донъянан!
Рафаэль ағай былай ҙа ҙур күҙҙәрен түңәрәкләндереп, аптырап һүҙһеҙ тыңлай. Артабан «Гүзәл ҡатынға» шиғырын һөйләне лә: «Был юлдар хәҙер, Рафаэль ағай, ғашиҡтарҙың теленән төшмәй», – тине. Яратҡан шағиры ме­нән ошондай ос­рашыуға ҡыуанған Нияз Рафаэль ағай­ҙың шиғырҙарын бер-бер артлы һөйләне лә һөйләне. «Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙ­ҙар бейеүе» тигәнен ул йыш ҡына, биге­рәк тә 9 Май көнөндә ҡабатларға ярата ине.
Күргәнем бар минең
тол ҡатындар
бейегәнен
45-тә – Еңеү көнөндә.
(О, ул бейеү! Ул дауыллы бейеү
күҙ алдымда минең бөгөн дә.)
...................................................
Күргәнем бар минең
аяҡһыҙҙар
бейегәнен
45-тә – Еңеү көнөндә.
(О, ул бейеү! Ул ажарлы бейеү
күҙ алдымдан китмәй бөгөн дә.)
Шунан моңһоуланып киткән ағайҙарҙың күңелдәрен күтәреп ебәрергә теләгәндәй, Нияз Рафаэль ағайҙың «Әллә-рилә-ләри­лә» тигән шиғырын әҙиптең тауышы менән (уның шулай башҡа кешеләр булып һөйләй торған һәләте лә бар ине), башын һелкеп уҡып күрһәткәйне, ағайҙар көлөп ебәрҙе. Рәшит ағай һаман ышанмай, юлдашына ҡарап: «Ысынлап белгән буламы шул?» – тип һораны. Ә Рафаэль ағай Нияз һөйләгән һәр бер шиғырҙан һуң үҙенең ғәжәпләнеүен белдереп, йыш ҡына әйтә торған һүҙен: «Интересно!» – тип ҡуя ине.
Иң һуңынан Нияз Рафаэль Сафиндың «Ҡайтығыҙ» тигән шиғырын һөйләне.
Ҡайтығыҙ!
Әсәйҙәргә йышыраҡ ҡайтығыҙ!
Атланмағыҙ үтә үшән атҡа.
Аҡланмағыҙ: «Ваҡыт, һай, тығыҙ».
Ҡайтығыҙ!
Әсәйҙәргә йышыраҡ ҡайтығыҙ!
Ошонан һуң барыһы ла уйға сумды. Бер аҙҙан Рафаэль ағай: «Да-а...» – тип һуҙып ҡуйҙы.
Рәшит ағай ҙа: «Мин юрый ғына әйтә­һең, Баймаҡтарса шыттыраһың икән, тип ышанмағайным, ысынлап беләһең икән дә...» – тине.
...Рафаэль ағай менән Нияз Өфөгә ҡайт­ҡас та осрашып, телефондан аралашып торҙо. Бер барғанында: «Нишләптер һуңғы тапҡыр күргән кеүек булдым», – тине. Нияз­дың хәл-ваҡиғаларҙы алдан күрә, һиҙә торған һәләте лә бар ине шул. Был тойомлауы ла раҫҡа сыҡты.
...Иртәгеһенә шылтыратҡас, телефонды алыусы булманы. «Аяҡтары ауыртҡас, тиҙ генә килеп етә алмағандыр», – тип үҙен тынысландырырға тырышһа ла, борсолоуы китмәне. Бер аҙҙан тағы шылтырат­ҡас, телефонды ... тормош иптәше, артистка Гөлли Мөбәрәкова апай алған һәм: «Ағайың юҡ...» – тигән аяуһыҙ һүҙҙәрҙе әйткән. Нияз, биттәрен устары менән ҡап­лап, күрше бүлмәләге диванға барып ултырҙы...
...Рафаэль Сафин менән хушлашырға өйөнә барһа ла, фатирына инмәгән Нияз. Уны күңелендә тере килеш ҡалдырғыһы килде. Иртәгеһенә шағир менән хушлашыу көнөндә сығыш яһаған шағир Рауил Бикбаев: «Рафаэль Сафин ғүмеренең һуңғы көндәренәсә йәштәр менән аралашып йәшәне. Кисә генә уның янында Нияз Мәһәҙиев булған...» – тип әйткән...
...Шишмә районының Арый ауылы. 9 Май. Беҙҙе Нияз менән икебеҙҙе байрам тантанаһына саҡырҙылар. «Һуғыш яралаған бала саҡ» китабын иҫтәлектәре ингән тыл ветерандарына тапшырҙыҡ. Аҙаҡ мәктәп эргәһендәге баҡсаға яуҙа һәләк бул­ғандарҙың һәр береһенең иҫтәлегенә арнап туғандары ағас ултыртырға сыҡты. Ҡыҙыу эш барған мәлдә ҡапыл Нияз ҡыс­ҡырып ебәрҙе: «Ҡарағыҙ! Күккә ҡарағыҙ!» Ә унда... ҡаңғылдашып ҡыр ҡаҙҙары осоп бара ине. Бөтәһенең дә күҙҙәрендә йәш. Әйтерһең дә, Рәсүл Ғамзатовтың һәм Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары» тигән шиғырындағы һымаҡ, яуҙа һәләк булған ауылдаштары шулай баш осонан ҡоштар булып сәләмләп үтте.
Тәбиғәттең уяу бер мәлендә
яҙ һайын беҙ шулай итәбеҙ:
һабан һөрөп киткән еребеҙҙе,
һаман көткән әсәләребеҙҙе,
балаларыбыҙҙы,
бисәләребеҙҙе
яҙ һайын бер күреп китәбеҙ...
Күҙҙәренә йәш алып, Нияз Рафаэль Сафиндың шиғырын һөйләй башланы.
Онотмағыҙ беҙҙе! Онотһағыҙ,
ҡайталмабыҙ ҡоштар булып та.
Был тетрәткес ваҡиға ысын мәғәнәһендә бер мөғжизә булды. Гүйә, һалдаттар­ҙың ауылдаштарына һуңғы сәләме ине.
Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары», «Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе» кеүек үлемһеҙ шиғырҙары, «Гармунсы» поэмаһы, башҡа әҫәрҙәре бына нисә йылдар инде сәхнәләрҙән яңғырай. Шулай уҡ уның «Йәнбикә» исемле драмаһына композитор Шамил Ҡолбарисов яҙған йырҙы ла бөгөн дә йәше лә, ҡарты ла яратып башҡара:
Баҙарҙарға барһаң, аҡ тула ал,
Хаҡҡынаһын үҙем түләрмен.
Әжәлдәрең етһә, әйт үҙемә,
Йәнбикәм, Йәнбикәм,
Һинең өсөн үҙем үлермен.
Рафаэль Сафин драматург булараҡ та киң билдәле. Уның «Тилекәй», «Ғәзизәкәй балдыҙ», «Ҡыр ҡаҙҙары», «Йәнбикә» кеүек пьесалары Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында байтаҡ йылдар буйына барҙы, халыҡ театр­ҙарында ла ҡуйылды. «Ыша­ныс», «Тормош ҡушыуы», «Гармунсы», «Ике яҙмыш» кеүек поэмаларында шағир замандаштарына әйтер уй-теләктәрен үҙенә генә хас ярһыу хис-тойғолар менән еткерҙе. Ике тиҫтәләп китабы донъя күрҙе.
...Үкенескә күрә, әҙиптең шиғыр юлдарында әйтелгәнсә, әжәл етһә, кемдер өсөн башҡа берәү яҡты донъянан китә алмай шул. Рафаэль Сафиндың вафатынан һуң Нияз уға арнап шундай шиғыр юлдары яҙып ҡуйҙы:
Рафаэль Сафин!
Саф һин!
Февралеңә ҡул һуҙымы
Ара ҡалды...
Сафин...
Рафаэль Сафин! Саф һин!..
Ә беҙгә, иҫәндәргә, яҡты донъяларҙан китеүселәрҙе онотмаҫҡа, күңелебеҙҙә, хәтеребеҙҙә йәшәтергә кәрәк. Рафаэль ағайҙың «Ҡыр ҡаҙҙары» шиғырындағы юлдарҙың бер һүҙен генә үҙгәртеп:
...Онотмағыҙ беҙҙе! Онотһағыҙ,
Ҡайталмабыҙ хәтер булып та, –
тип иҫкә төшөрөргә ҡала.
Буранлы февраль башҡорт әҙәбиәтенә ике ҙур шағирҙы – Рәми Ғарипов менән Рафаэль Сафинды биргән. Тыуған көндәренең араһы ла дүрт кенә көн. Райондары ла күрше генә: Салауат һәм Ҡыйғы. Шул уҡ февраль Рәми ағайҙы был донъя­нан алып китһә, Рафаэль ағай ҙа, Нияз яҙғанса, үҙенең тыуған көнөнә ҡул һуҙы­мы ара ҡалғас ҡына мәңгелеккә күсте. Яҙмыштары, ижадтары төрлө булһа ла, шиғриәттә улар лайыҡлы урын биләй: шағир­ҙар үлемһеҙ, улар халыҡ күңелендә мәңге йәшәй.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Ғүмерлек дуҫлыҡ
Ғүмерлек дуҫлыҡ
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: