+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
24 Февраль 2022, 14:36

Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тула

2022 йылдың 9 июлендә республикабыҙ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләйәсәк. Данлыҡлы осоусы 1922 йылда Илеш районы Иләкшиҙе ауылында тыуған. 

Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тула
Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тула

Легендар яҡташыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 250 хәрби осош яһаған.

Республика Башлығы Радий Хәбиров ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоусылар әҙерләү интернат-мәктәбендә данлыҡлы шәхестең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараларҙы үткәреү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Улар Өфөлә һәм Муса Гәрәевтең тыуған ере – Илеш районында үтәсәк. Баш ҡаланың  Дан бульварында  һәм тыуған яғында геройға һәйкәл ҡуйырға тәҡдим ителде. «Китап» нәшриәтендә Муса Гәрәевтең «Штурмовиктар һөжүмгә бара» китабы яңынан баҫылып сығасаҡ.

  Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған республика кимәлендәге сара Первушин аэродромында уҙасаҡ. Патриотик йыр фестивале ойоштороу ҙа планлаштырыла.

Фото: ilishkultura.ru, Башинформ.

Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тула
Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тула
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: