+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
25 Февраль 2022, 09:21

"Әлифба" китабын төҙөгән ғалим

Бөгөн педагогия фәндәре кандидаты, БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмовтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған VII Бөтә Рәсәй фәнни-методик конференцияһы була.

"Әлифба" китабын төҙөгән ғалим
"Әлифба" китабын төҙөгән ғалим

"БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ҺӘМ РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ СУБЪЕКТТАРЫНЫҢ МӘҒАРИФ АРАУЫҒЫНДА БАШҠОРТ ТЕЛЕ” тип аталған был сара ZOOM платформаһында үтәсәк.

Абдрахман Ғәлләмов 1926 йылдың 15 октябрендә хәҙерге Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. 1943 йылда Темәс педагогия училищеһын, 1947 йылда К.А Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлай. 

Абдрахман Ғәлләмовтың тормош юлы һәм педагогик эшмәкәрлеге башҡорт башланғыс мәктәбе, башҡортса уҡытыу тарихы һәм уның үҫеш баҫҡыстары менән бәйле.

Белорет педагогия училищеһында, уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтында эшләгән осорҙа Абдрахман Ғәлләмов алты йәшлек балалар өсөн дә «Әлифба», башҡа уҡыу әсбаптары, методик ҡулланмалар төҙөй.

«Әлифба» — ғалимдың төп ғилми-ғәмәли эш һөҙөмтәһе. Уның исеме башҡортса «Әлифба», тәүге уҡыу китаптары яҙған Василий Катаринский, Александр Бессонов, Закир Айыуханов кеүек әлифбасылар менән бер рәттә тора. Күренекле методистың «Әлифба»һы 1962 йылдан бирле йәш быуынды грамотаға тиҙ һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өйрәтергә ярҙам итә. Был китап төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, дипломдар һәм дәртләндереү бүләктәренә лайыҡ була.

Мәғариф өлкәһендә һәм ғилми-тикшеренеү эштәрендә өлгәшкән уңыштары өсөн Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмов «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы», «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була, 1975 йылда К. Д. Ушинский миҙалы менән бүләкләнә.(Мәғлүмәт «Башҡорт википедияһынан алынды».)

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: