+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡанатлы батыр

Быйыл ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, яҡташыбыҙ Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тула. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 250-нән ашыу хәрби осош яһап, дошман илбаҫарҙарын ҡыйратҡан легендар шәхес Тыуған илгә һөйөү, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. Муса Гәрәевтең исеме илебеҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.

Ҡанатлы батыр
Ҡанатлы батыр

Данлыҡлы улының иҫтәлеген республика халҡы ҡәҙерләп һаҡлай. Тыуған ауылы Иләкшиҙеләге мәктәп уның исемен йөрөтә, яугир хөрмәтенә урамдар, хужалыҡтар аталған, музейҙар асылған.
Юбилей айҡанлы беҙҙең районда төрлө саралар үткәрелә. Башҡорт теле уҡытыусыһы Муса Гәрәев тураһында шиғыр яҙырға ҡушҡас, мин үҙемдең хистәремде ошо юлдарға һалдым.

Дошман баҫып ингәс илде,
Алыр өсөн беҙҙең ерҙе.
Ир-егеттәр ҡаршы баҫҡан
Һаҡларға тип ғәзиз ерҙе.
Ирмен тигән ирҙәр барҙа
Имен ҡала ил, яҙмыштар.
Күп батырҙар ятып ҡалған,
Йәнгә һалып ҙур һағыштар.

Муса ағай был һуғышта
Хәрби осоштар яһаған.
Ике тапҡыр батыр булып,
Илде һөйөүен аҡлаған.

Яҡташыбыҙ Илеш ерен
Бөтә Рәсәйгә танытҡан.
Ҡаһарман улдарын данлап,
Еңеү таңы һыҙылып атҡан.

Һис кәрәкмәй беҙгә һуғыш,
Донъялар булһын тыныс.
Яҡты тормош яҡлаусыны
Ололау – беҙҙең бурыс.

Илем, ерем киләсәктә
Күрмәһен һуғыш, афәттәр.
Теләйем бөтә халҡыма
Имен тормош һәм бәхеттәр.

Гүзәл ҒӘБДЕЛХАҠОВА, X синыф уҡыусыһы.
Илеш районы, Үрге Йәркәйҙәге 4-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: