+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Маэстроның тыуыуына - 65 йыл

  3 мартта Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһын атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, композиор Салауат Низаметдиновтың тыуыуына 65 йыл тула. Ул Учалы районы Миндәк ҡасабаһында донъяға килгән. I синыфҡа уҡырға Өфөләге махсус балалар интернат-мәктәбенә бара.  

Маэстроның тыуыуына - 65 йыл
Маэстроның тыуыуына - 65 йыл

11 йәшенән 1-се музыка мәктәбендә шөғөлләнә башлай. Һуңынан Өфө сәнғәт училищеһын, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

Композиторҙың төрлө шағирҙар әҫәрҙәренә яҙылған 200-ҙән ашыу йыры бар. Мостай Кәрим ижады буйынса яҙылған «Ҡара һыуҙар», «Ай тотолған төндә», шулай уҡ «Memento» һәм «Нәҡи» исемле опералар, «Мөхәббәт йондоҙо» рок-операһын ижад итә.

 Башҡортостанда маэстроның тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған саралар үтә. 3,4 мартта дистанцион форматта Салауат Низаметдинов исемендәге йәш йырсылар асыҡ республика конкурсы уҙа. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 18 мартта "Һағынамын..." тигән кисә үткәрәсәк.

Фото: Башҡорт дәүләт филармонияһы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: