

Ул 1932 йылдың 10 мартында Красноусол районы Яңы Заһит (Биҙәүләт) ауылында тыуған.
Күрше Сәйетбаба ауылындағы урта мәктәпте, 1970 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын колхозда башлай, унан һуң Ғафури районы Яугилде мәктәбендә уҡытыусы була. Совет Армияһында хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, «Коммунизм байрағы» район гәзитенә тәржемәсе булып эшкә урынлаша. 1963—1976 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы «Знамя коммунизма» гәзитендә баш мөхәрир урынбаҫары, ҡала радиокомитеты директоры булып эшләй.
1977 йылда Стәрлетамаҡ химия заводында ижади командировкала була, шул ваҡытта экология темаһына драма әҫәрҙәре ижад итә. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Ибраһимов исемендәге, Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялар лауреаты.
Кәбир Аҡбашев 2019 йылдың 6 февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.
Уның "Йәшә, ҡояшҡай!", "Илама, Бөркөтөм минең", "Төнгө тауыштар: Повестар һәм хикәйәләр", "Драмалар һәм комедиялар" тигән китаптары бар.
Сығанаҡ Башҡорт Википедияһынан алынды.
Фото:https://yandex.ru/images/search?pos