+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн шағир, тәржемәсе Нәжип ИҘЕЛБАЙҙың тыуыуына 110 йыл

Нәжип Сафа улы Иҙелбаев - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан журналист, шағир, тәржемәсе һәм драматург. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Бөгөн шағир, тәржемәсе Нәжип ИҘЕЛБАЙҙың тыуыуына 110 йыл
Бөгөн шағир, тәржемәсе Нәжип ИҘЕЛБАЙҙың тыуыуына 110 йыл

Нәжиб Сафа улы Иҙелбай  1912 йылдың 12 мартында Башҡортостандың Баймаҡ районы Иҙелбай ауылында кустарь-һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. Бер ни тиклем ваҡыт мәктәптә уҡығас, урман ҡырҡыусы, ауыл советында секретарь, китапханасы булып эшләй. 1929 йылда Баймаҡ тау-промышленность техникумын тамамлай. Бер нисә йыл Баймаҡ баҡыр иретеү заводында эшләй.

“Ҡыҙыл байраҡ” район газетаһы ойошторолғас, журналистика эшенә күсә. Мәскәү-Волга каналын төҙөү осоронда шул төҙөлөштә эшләй һәм “Ударники канала” газетаһында әҙәби хеҙмәткәр ҙә була. 1937-1938 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә редактор һәм тәржемәсе булып эшләй, ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.

1938 йылдан алып Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында взвод, рота командиры булып фронтта ҡатнаша. Ҡаты яраланғандан һуң демобилизацияланып Өфөгә ҡайта. Һуғышта күрһәтелгән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 1945-1955 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны”, “Ленинсы” газеталары редакцияларында, Башҡортостан радиокомитетында эшләй. Ижадының активлашып китеүе һуғыштан һуңғы йылдарға ҡарай. Н. Иҙелбай айырыуса йырҙары менән халыҡ араһында популярлыҡ ҡаҙанды.

Нәжиб Сафа улы Иҙелбай тәржемәсе булараҡ киң билдәле. Ул Дж. Лондон, Н. Гоголь, Т. Аксаков, П. Ершов, А. Чехов, А. Осторвский, М. Горький, А. Гайдар, П. Бажов, М. Бубенков, С. Злобин, С. Бабаевский, О. Гончар, С. Айтматов, С. Михалков әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итте. М. Ауэзовтың “Абай юлы” эпопэяһын ҡаҙаҡсанан башҡортсаға әйләндереүгә күп көс һалды.

Нәжиб Иҙелбай бер актлы бер нисә пьеса авторы.

1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

1991 йылдың 1 октябрендә Өфө ҡалаһында мәрхүм була.

Сығанаҡ "Башҡорт Википедияһы"нан алынды.

Фото:https://yandex.ru/images/search?fr

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: