-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр УСМАНОВҡа - 60 йәш

Бөгөн М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы Мәғәфүр Усмановтың тыуған көнө. 

Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр УСМАНОВҡа 60 йәш
Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр УСМАНОВҡа 60 йәш

Усманов Мәғәфүр Мәхмүт улы 1962 йылдың 26 мартында Башҡорт АССР-ының Архангел районы Ҡыҙғы ауылында тыуа.Мәғәфүр Мәхмүт улы 1987 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Рифҡәт Исрафилов курсы) тамамлай һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эш башлай. 1989 йылдан Башҡортостан Республикаһы Милли йәштәр театры актеры.50-гә яҡын төрлө пландағы (комик ролдәр, балалар өсөн спектаклдәрҙәге ролдәре, етди ролдәр) ролдәр башҡара. Заһир («Ғәлиә», Т. Таһировтың шул уҡ исемле повесы буйынса), Хызыр («Дала ҡиссаһы», Ф. Бүләков), Ҡарт ир («Ҡорон» — «Лавина», Т. Джюдженоглу), Тальян («Иҙеүкәй һәм Мораҙым», Мөхәмәтша Буранғолов), Король («Роза йәки мин?», А. Дилмөхәмәтов), Юламан ҡарт («Мөхәббәт һәм нәфрәт», Зәйнәб Биишева), Тимербай — «Алтын балта», С. Сурин), Жантык («Мөхәббәт тураһында легенда», Г. Мусрепов) һ.б.Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1994). «Жест» халыҡ-ара пластика фестивале лауреаты, (Өфө, 1994).

Сығанаҡ Википедиянан алынды.

Фото: https://arh-kult.ru/wp-content/upload

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: