+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яҙыусы, журналист Иршат ТЕЛӘҮЕМБӘТОВҡа - 60 йәш!

Яҙыусы, үткер ҡәләмле журналист, политолог, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы Иршат Теләүембәтов бөгөн күркәм ғүмер байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан уны ихлас ҡотлайбыҙ!

Яҙыусы, журналист Иршат ТЕЛӘҮЕМБӘТОВҡа - 60 йәш!
Яҙыусы, журналист Иршат ТЕЛӘҮЕМБӘТОВҡа - 60 йәш!

Иршат Әнүәр улы Теләүембәтов 1962 йылдың 26 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Аҫҡар ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында аспирантураны уңышлы тамамлай («Сәйәси процестар һәм технологиялар, этносәйәси низағтарҙы өйрәнеү» буйынса махсуслаша)

Хеҙмәт юлын 1985 йылда «Ленинец»—«Ленинсы» республика йәштәр гәзитендә тәржемәсе булараҡ башлай.

1986 йылда Бөрйән леспромхозының комсомол комитеты секретары итеп һайлана, ВЛКСМ-дың Бөрйән райкомы бюроһы ағзаһы була.

1990 йылдан 1995 йылға тиклем тыуған ауылында тарих һәм йәмғиәт фәндәрен уҡыта.

1995 йылдың авгусынан 2002 йылдың июленә ҡәҙәр ете йыл «Башҡортостан» гәзитендә эшләй. Хәбәрсенән алып бүлек мөхәррире, баш мөхәррир урынбаҫарына тиклем вазифа баҫҡыстарын үтә. Республикала, илдә һәм тотош донъяла барған сәйәси ваҡиғаларға арнап аналитик мәҡәләләр менән сығыш яһай, үҙен үткер һүҙле талантлы журналист итеп таныта.

Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәр барған осорҙа өс мәртәбә (1995, 1997, 1998 йылдарҙа) ижади сәфәрҙә булып ҡайта. Бер нисә мәртәбә Һалдат әсәләре комитеты, Башҡортостан Хөкүмәте ойошторған гуманитар йөктө беҙҙең һалдаттарға алып барып таратыуҙа ҡатнаша. Ундағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күреп, шул турала гәзит биттәрендә мәҡәләләр серияһы менән сығыш яһай.

Юлъяҙмалары, сәйәси темаларға арналған мәҡәләләре өсөн 1996 йылда «Башҡортостан» гәзитенең йыл лауреаты була.

Мәғлүмәт Википедиянан алынды.

Фото: https://sun9-6.userapi.com/impg/fGq7q

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: