-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ата-бабаларыбыҙ исемен мәңгеләштерәйек

Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре — Шайморатовсылар тураһында проекты тергеҙелә. Тәүге мәҡәлә республика халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған һәм яугирҙәрҙең туғандарынан бик күп мөрәжәғәттәр килгән.

Ата-бабаларыбыҙ исемен мәңгеләштерәйек
Ата-бабаларыбыҙ исемен мәңгеләштерәйек

 Улар ата-бабаларының Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткәнен раҫлаған документтарҙың фотокүсермәһен ебәргән.
Шуға ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы белешмәне өҫтәмәләр менән тағы ла сығарырға булған.
Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Ватанына тоғро хеҙмәт иткән ата-бабалары хәтеренә битараф булмаған һәр кемде ҡаһармандар исемен белешмәнең сираттағы баҫмаһында мәңгеләштерергә саҡырабыҙ.
Анкетаның электрон варианты «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Шаймуратовцы/Шайморатов вариҫтары» төркөмөндә (https://vk.com/shaimuratov120) урынлаштырылған.
Ошо мәғлүмәтте киң таратыуҙы һорайбыҙ — легендар дивизияла Тыуған илен һаҡлаған һәр яугирҙең исеме биографик мәғлүмәттәр белешмәһендә мәңгеләштерелергә тейеш.
Мәғлүмәттәрҙе ҡушымта формаһы (анкета) буйынса ошо электрон адресҡа 2022 йылдың 15 июленә тиклем ебәрергә кәрәк: [email protected]

 

Мәғлүмәт: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: