+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә СОЛТАНОВАға — 75 йәш

Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова 1947 йылдың 19 июлендә Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған.

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә СОЛТАНОВАға — 75 йәш
Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә СОЛТАНОВАға — 75 йәш

1964 йылда - урта мәктәпте, 1969 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се  республика башҡорт интернат-гимназияһында уҡытыусы булып башлай.

Ошо уҡ йылда республиканың комсомол органдарына эшкә тәҡдим ителә: ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетына лектор итеп саҡырыла. Артабан өлкә комитеттың инструкторы итеп тәғәйенләнә, бер нисә йылдан бүлек мөдире итеп раҫлана.

1979 йылда Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профессиональ союзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе итеп һайлана.

1985 йылдан Рәшиҙә Солтанова партия эшендә, 1991 йылға тиклем КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров район комитеты секретары.

1991 — 1994 йылдарҙа — «Мәрхәмәт» хәйриә йәмғиәтенең идара рәйесе.

1994 — 1999 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының социаль-гуманитар бүлеге мөдире.

1999 — 2003 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы ЗАГС идаралығы начальнигы.

2003 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитетының рәйес урынбаҫары.

2021 йылдың мартында Рәшиҙә Солтанова «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнә.

1998 йылдың апреленән Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы» төбәк йәмәғәт хәрәкәтенең 2018 йылдың 15 декабрендә үткән унынсы отчёт-һайлау конференцияһында Рәшиҙә Солтанова йәнә ойошма рәйесе итеп һайланды.

 

Сығанаҡ: wikipedia

Фото: static.mk.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: