+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
10 Февраль 2023, 18:00

Ҡыш ул ҡыш килеш матур

Бөгөн ҡыш аҙып китте: Һәр тарафты яҙ итте.

Ҡыш ул ҡыш килеш матур
Ҡыш ул ҡыш килеш матур

Тамсылар тора тамып.

Боҙло һыу йыра халыҡ.

Зарланалар: «Ҡышмы был?

Нишләүе икән быйыл?..»

 

Ҡыш булғас ни, ҡыш булһын –

Ҡыш ул ҡыш килеш матур:

Шәкәр кеүек аҡ ҡарҙан

Сәселеп торһон алтын нур.

 

Яҙ ҙа бит ҡай саҡ шулай

«Мөгөҙ» яһап ҡуйғылай:

Ҡолаҡтарҙы ыуаһың,

«Ҡышмы был!» – тип тораһың,

Ҡыш ул ҡыш килеш матур:

Яҙ ул яҙ килеш матур:

Сәселә, уйнай көмөш нур.

 

Үҙебеҙ ҙә, тәбиғәттәй,

Бутайбыҙ миҙгелдәрҙе,

Ҡартлыҡты ла – йәшлек, тиеп,

Аҙҙырып күңелдәрҙе.

Ғүмер миҙгелендә лә бит

Уҙып китеп саманы,

Тау түбәһенә ҡаратып

Ҡуйғылайбыҙ сананы.

 

Бабай көйгә малай булып

Ҡыланыу килешәме?

Ҡыҙ көйөнсә әбейҙәрсә

Илауың килешәме?

Егет саҡта егетлегең

Саҡматаштай саҡмаһа,

Аҡ һаҡалың аҡыл менән

Ил күҙенә баҡмаһа –

Йәме китә был йәшәүҙең,

Һәр миҙгелдең үҙ ғәме:

Шунда йәшәүҙең тәме –

Һәр миҙгелдең үҙ йәме.

 

Яҙ ул яҙ килеш матур,

Ҡыҙ ул ҡыҙ килеш матур,

Ҡыш ул ҡыш килеш матур.

Аҡ һаҡал да олуғ-ҙур,

Аҡ аҡыл менән хозур.

 

Миҙгелдең үҙ самаһы –

Юҡ башҡаса сараһы:

Тау үренә табан шыумай

Ғүмерҙәрҙең санаһы.

 

Рауил ШАММАС,

Башҡортостандың халыҡ шағиры.

 

Фото: vk.com

 

Зиннур БОҪҠОНОВ фотоһы.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: