Ул күренекле шәхестең тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата Башҡортостан Башлығы грантына Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте, Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана тарафынан булдырылды. Әлбиттә, Рәми Ғариповтың балалары Гөлнара һәм Азамат Ғариповтар тос өлөш индерҙе. Баш мөхәррире - Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова, сайт өҫтәндә "ЭНЕФСИ" ойошмаһы етәксеһе Әлфир Илбаҡтин эшләгән.
- Атайыбыҙҙың ижади фонды менән һәр ҡыҙыҡһынған кеше таныша алһын ине, тигән хыялыбыҙ тормошҡа аша, тормошона һәм ижадына арналған сайт асылды. Бының өсөн Граждандар фондына булышлыҡ итеү фондына, сайт өҫтөндә эшләгән һәр кемгә ҙур рәхмәтлебеҙ. Артабан ул йәш яҙыусылар, шағирҙар, ғөмүмән, Рәми Ғарипов ижадын яратыусылар, әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн асыҡ майҙансыҡ булыр, тип ышанабыҙ, - тине Азамат Ғарипов.
- Атайыбыҙҙың архивын ҡәҙерләп һаҡлағаны өсөн әсәйебеҙгә рәхмәтлебеҙ. Унда балалар өсөн шиғырҙар һәм әкиәттәр, шулай уҡ үҙе йыйған халыҡ ижады ынйылары ла бар, - тип ҡушылды Гөлнара Рәми ҡыҙы.
Ысынлап та, Надежда Васильевна тормош иптәшенең ижадын айырым темаларға бүлеп, ҡәҙерләп һаҡлаған, үҙе машинкала баҫҡан, китап итеп сығарыуға әҙерләп, күбеһен баҫтырып өлгөргән. Быны Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы ла һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Рәми Ғариповтың халыҡ өсөн билдәле булмаған эшмәкәрлеге тураһында айырым һүҙ булыр әле. Ул бит I, II курстан һуң йәйге каникул осоронда республиканың Әбйәлил, Хәйбулла, Баймаҡ һәм башҡа райондары буйлап фольклор материалдары йыйып та йөрөгән. Һуғыш осоронда яугирҙәргә арнап ҡатындары, туғандары сығарған йырҙарҙы ла яҙып алған. Шулай уҡ Мәскәүҙә әҙәбиәт институтында уҡыған йылдарында Ленин китапханаһына йөрөп, ғәрәпсә яҙылған эпостарыбыҙҙы кириллицаға күсергән, - тине ул.
Бына шулай, туған телебеҙҙе данлаған күренекле шәхесебеҙҙең халыҡ өсөн асылмаған яҡтары ла бар. Уның шәхси архивын, ижадын өйрәнергә лә өйрәнергә кәрәк әле.
Сайт өҫтөндә эшләгән Әлфир Илбаҡтин белдереүенсә, проекттың төп өлөшө тормошҡа ашырылған, әммә уны даими рәүештә тулыландырырға кәрәк. Рәми Ғарипов шәхесенә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе йыйыу дауам итә. Бәлки, кемдеңдер ғаилә архивында бығаса бер ҡайҙа ла баҫылмаған фотолары, уның яҙған хаттары, иҫтәлектәре һаҡланалыр. Сайт даими тулыланып, яңыртылып торорға тейеш.
Әйткәндәй, Рәми Ғарипов сайты ramigaripov.ru өҫтөндә артабан уның исемен йөрөткән 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы ла эшләйәсәк. Үҙе уҡыған белем усағында "Рәми" медиаүҙәге бар, сайт башлап яҙыусы йәш ҡәләм тибрәтеүселәр өсөн дә һәйбәт майҙансыҡ булыр, моғайын.
Рәми Ғарипов сайтын Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә уңышлы проект тип әйтергә мөмкин, тигән фекер ҙә яңғыраны исем туйында. Ысынлап та, бик матур эшләнгән, шағирҙың тормошона, ижадына ҡағылышлы бар мәғлүмәт бер урында тупланған. Киләсәктә башҡа әҙиптәребеҙгә арналған сайттар ҙа булдырылыр, тигән теләктә таралышты презентацияла ҡатнашыусылар.
Фото: автор һәм ramigaripov.ru сайтынан.