+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
6 Сентябрь 2023, 10:01

Яҡташыбыҙға һәйкәл асылды

Кисә Мәскәүҙә Троекуров зыяратында «Ласковый май» төркөмө солисы Юрий Шатуновҡа һәйкәл асыу тантанаһы үтте.

Яҡташыбыҙға һәйкәл асылды
Яҡташыбыҙға һәйкәл асылды

Сарала йырсының ғаиләһе – ҡатыны Светлана, улы Дэннис һәм ҡыҙы Эстелла ла ҡатнашты. “Һаман килешә алмайбыҙ бының менән... Юра ҡайҙалыр гастролдә йөрөгән һымаҡ”, – ти уның хәләл ефете.

Скульптор Виктория Тищенко әйтеүенсә, бронза һәйкәлде ҡойор өсөн Шатуновтың фотолары, кейемдәре ярҙамға килгән – ул артистың буй-һынын тап килтерергә тырышҡан. Аяғында хатта һуңғы концерттарҙа кейгән кроссовкаларының күсермәһе икән. Фанаттар һәйкәлдең бик уңышлы килеп сығыуын билдәләй.

Бөгөн, 6 сентябрҙә, билдәле яҡташыбыҙға 50 йәш тулыр ине. Легендар солист иҫтәлегенә үҙебеҙҙә лә саралар уҙғарыла. Мәҫәлән, Күмертау ҡалаһында ул уҡыған мәктәп-интернат бинаһында мемориаль таҡтаташ асыла.

Бер йыл элек Юрий Шатуновтың тыуған төйәгендәге 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатында музыка кабинетына уның исеме бирелгәйне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Юрий Шатунов былтыр 23 июнгә ҡаршы төндә инфаркттан вафат булды. Уға 48 йәш ине.

Фото: bashinform.ru, yandex.ru.

Яҡташыбыҙға һәйкәл асылды
Яҡташыбыҙға һәйкәл асылды
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: