

Мәктәбем
Аҙ ғына күрмәй торһам да,
Мәктәбемде һағынам.
Тыныс ҡына үтеп булмай,
Ял көнө лә янынан.
Мәктәбем баҫҡыстарында
Бала сағым эҙҙәре.
Нисек йәшәргә өйрәтә
Уҡытыусым һүҙҙәре.
Белем тауын асты мәктәп,
Белем тауы бик бейек.
Үргә менгән һайын донъя
Яҡтыра бара кеүек.
Әйҙә, рәхим итегеҙ, тип,
Ҡаршылай мәктәп һәр саҡ.
Тыуған йорт менән йәнәшә
Күңелдәрҙә ҡаласаҡ.
Хәрефтәр һөйләшә
Китсе, юҡты һөйләйһең, тип,
Әйтерһегеҙ, моғайын.
Ә мин үҙем хәрефтәрҙе
Һөйләшә, тип уйлайым.
Ышанмаһағыҙ һүҙемә,
Әйҙә, тыңлап ҡарағыҙ:
"Әсәйемдәр эшкә китте,
Беҙ мәктәпкә барабыҙ".
Хәрефтәрҙе уҡый белһәң,
Һүҙҙәр булып өндәшә.
Уҡый белгәндәрҙең генә
Хәрефтәре һөйләшә.
Туған телем
Ер шарында илдәр бик күп,
Араһында һин бер бөртөк,
Башҡортостан – ғәзиз илем.
Ҡотло ла һин, һутлы ла һин,
Көс-дәрт бирер утлы ла һин,
Илкәйемдә – туған телем.
Яҡтырт юлды, күңелдәрҙе,
Арттыр аҡыл-белемдәрҙе,
Мәңге йәшә, байы һәм үҫ,
Башҡорт теле – халҡым теле,
Дәүләт теле, туған телем,
Быуаттарҙан-быуатҡа күс!
Наҙлылығың таң ҡалдыра,
Нескәлегең һоҡландыра,
Хәтерләтә баҡса гөлөн.
Кәрәкһә – өтөп алаһың,
Хәнйәрҙәй телеп һалаһың,
Үткерһең дә, туған телем!
Туған телем, һиңә хаҡлыҡ,
Һары һағыш, ап-аҡ шатлыҡ –
Бөтәһе лә һыя ала.
Балдай татлы һәр бер һүҙең,
Һинән моңло, һинән затлы
Һис нәмә юҡ был донъяла.
Сыйырсыҡ
Йырла әле, сыйырсығым
Ояң башына ҡунып.
Йөрәгемә тулһын моңоң,
Китәйем онотолоп.
Юҡҡа сыҡты бар мәшәҡәт,
Ошо сыйырсыҡ булып.
Әсәм һүҙҙәре
Бәхет башы — намыҫ, балам,
Намыҫыңдан айырмаһын.
Талпынып осор сағында
Ҡанаттарың ҡайырылмаһын.
Хеҙмәтеңдән изгелек күр,
Эшләгәндән кеше үлмәй.
Рәхмәт алып йәшәмәһә,
Кеше үҙе рәхәт күрмәй.
Булһын һәр саҡ кешеләргә
Саф күңелең, асыҡ йөҙөң.
Йәнгә уҡтай ҡаҙалмаһын
Бәреп әйткән тура һүҙең.
Кеше кешенән кәм түгел,
Шуны, балам, һис онотма.
Йәрәгеңдә бер кемгә лә
Ғүмер буйы кенә тотма.
Киртеп ҡуй һин ҡолағыңа
Үҙеңдән ҙур булып булмай.
Тыуған ерҙәр берәү була
Өр-яңынан тыуып булмай.
Йәшәү бүләк иттем һиңә,
Буш янмаһын, йәшәү ул — ҡот.
Әсә һүҙе изге була,
Мин әйткәнде иҫеңдә тот.
Фото: okraevka.ru