Әйткәндәй, бында Башҡортостандың тәүге ледиһы Каринэ Хәбированың да картиналары ҡуйылғайны. Ул тәбиғәт күренештәрен һүрәтләргә ярата икән. Әйткәндәй, әлеге күргәҙмә лә Каринэ Хәбирова башланғысы менән ойошторолған.
– Икенсе улым тыуғас, һүрәт төшөрөү менән мауыға башланым. Ғөмүмән, әсә булғас, ҡатын-ҡыҙҙарҙың төрлө һәләттәре асыла һәм был медицина күҙлегенән иҫбатланған. Мин үҙемде һынлы сәнғәттә таптым, – ти Каринэ Владимировна. – Әсәйҙәр өсөн бындай күргәҙмә, конкурстар бик кәрәк, сөнки улар ошондай сараларҙан үҙҙәренә көс-дәрт ала һәм ғаиләләренә ҡарата матур хис-тойғолары тағы ла арта.