0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күргәҙмәләр
27 Сентябрь 2019, 15:03

Баҡсабыҙ гөрләп торҙо

Уңышҡа, төрлө сағыу төҫтәргә бай көҙ ҙә килеп етте. Был миҙгелде күңелле, йыр-бейеүгә ҡоролған йәрминкәләрҙән башҡа күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын.

Киров районынының 51-се башҡорт балалар баҡсаһында ла был байрам йыл да үткәрелеп килә, изге йолаға әйләнде, тип әйтергә мөмкин. Аҡса эшләү сараһы ғына түгел, ә ата-әсә менән бала, белем биреү учреждениеһы менән ғаиләнең берҙәм эшмәкәрлеге лә булып тора ул.

Бына түҙемһеҙләнеп көткән байрам башланып китте. Дәртле көйҙәр яңғырап, баҡса алды шау-гөр килде. Халыҡ күп йыйылғайны. Кемдер тәмлекәстәр бешереп алып килгән, ә икенселәре ҡайнатма, емеш-еләк, тоҙло бәшмәк тәҡдим итә. Өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығылып тора ине: ҡыҙҙырыл­ған көнбағыш, татлы бал, сәксәк, бәлештәр, әллә күпме ҡул эштәре...

Күптәр үҙен ысын сауҙәгәр итеп тойоп, ихлас күңелдән һатыу итте. Берәүҙәр тәмлекәстәр ашап кинәнде. Эргәлә генә балалар өсөн күңелле уйындар, ярыштар ойошторолдо. Кескәйҙәр яратҡан әкиәт геройҙары менән уйнаны ла, көлдө лә, йырҙар йырлап, бейеп, күңел асты. Теләгән һәр кем баҡса алдындағы майҙанда Көҙһылыу менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Шулай уҡ ата-әсәләргә улдарын, ҡыҙҙарын төрлө түңәрәктәргә яҙҙырыу мөмкинлеге лә бар ине.

Ғөмүмән, бәләкәй генә балаларҙан алып өләсәй-олатайҙарға тиклем әүҙем ҡатнашҡан был сара бик файҙалы һәм күңелле үтте. Кескәйҙәрҙең шат тауыштарынан, йыр-бейеүҙәренән баҡсабыҙ гөрләп торҙо. Буш ҡул менән ҡайтҡан бер генә кеше лә булмағандыр. Һәр кем байрамдан шат кәйеф, күтәренке күңел менән, рәхмәт әйтеп таралышты.

Әлмира ҒҮМӘРОВА, өлкән тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: