+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күргәҙмәләр
18 Март 2020, 12:15

Театрға күргәҙмә ҡарарға килегеҙ!

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Театр һәм балалар» тигән күргәҙмә асылды.


Унда баш ҡалабыҙҙың рәсем төшөрөү буйынса эшләгән Дмитрий Мутовкин студияһы, «RESPECT» йәштәр үҙәге, «Вертикаль» клубының «Ал елкән»берләшмәһе студияларының алты йәштән ун биш йәшкә тиклемге тәрбиәләнеүселәренең театрға ҡағылышлы һүрәттәре ҡуйылды. Йәш рәссамдарға күргәҙмә асыу тантанаһында маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, сувенирҙар тапшырылды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры «Том Сойер мажаралары» спектакленә саҡырыу ҡағыҙы бүләк итте. Сараға килгән тамашасылар, рәссамдарҙың уҡытыусылары, ата-әсәләре һәм дуҫтары күргәҙмәгә эленгән эштәрҙе ихлас ҡараны, йәш таланттар өсөн шатланғанын, уларға һоҡланыуҙарын йәшермәне. Күргәҙмә театрҙың йәшел фойеһында ай буйы эшләйәсәк.

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА, театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире.

Читайте нас: