Картиналар Әбйәлил районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейынан килтерелгән. Әхмәт Лотфуллин - СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты. Уның ижадында тыуған еренә, тәбиғәткә һөйөү, милли ғорурлыҡ тойғоһо сағыла. Әхмәт Лотфуллиндың "Мин - үҙ еремдең улы" исемле күргәҙмәһе 11 декабргә тиклем барасаҡ. Видеопрезентацияһы Милли музей сайтына ҡуйыласаҡ.