+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күргәҙмәләр
3 Декабрь 2020, 19:11

Күргәҙмәгә бар ҙа тарихыңды өйрән

Дуҫтар, 4 декабрҙә Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архивы әҙерләгән күсмә күргәҙмә асыласаҡ. Ҡайҙа, тиһегеҙме?

Өфөләге "Ҡунаҡһарай" сауҙа йорто комплексында. Күргәҙмәлә төрлө йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса документтар тәҡдим ителә. Улар стендтарҙа һәм сенсорлы өҫтәлдәрҙә урынлаштырылған. Һеҙҙе интернеттағы "Башархив" порталы менән дә таныштырасаҡтар. Белеүегеҙсә, проект http://basharchiv.ru Өфө губернаһының биш өйәҙе буйынса алып барылған 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу карточкаларын ҡарарға мөмкинлек бирә. Был халыҡ иҫәбен алыу архивтары мәғлүмәттәре Рәсәйҙең тик биш төбәгендә һаҡланып ҡалған. 5740 уникаль документты проект ярҙамында ҡарап була.
Күсмә күргәҙмә 15 декабргә тиклем иртәнге 10-дан киске 8-гә тиклем эшләйәсәк.
Читайте нас: