Унда тәҡдим ителгән төрлө йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу документтары ата-бабаларыбыҙ тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлеген бирә. 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу яҙмалары Өфө губернаһының биш өйәҙе - Бәләбәй, Бөрө, Златоуст, Стәрлетамаҡ, Өфө - буйынса һаҡланған. Әлшәй, Асҡын, Архангел, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Бөрө, Благовещен, Бишбүләк, Бүздәк, Борай, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама, Кушнаренко, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Фёдоровка, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондары буйынса документтар менән танышырға мөмкин. Унда һәр ихатаның, йәғни ғаиләнең ғаилә хәле, туған теле, мал-тыуары, ере тураһында теркәп ҡуйғандар. Ҡыҙыҡ бит?! Тик республиканың көньяҡ-көнсығышына ҡараған райондар тураһында документтар юҡ, сөнки ул ваҡытта Ырымбур губернаһына ингәндәр.