-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Күргәҙмәләр
26 Ғинуар 2021, 12:49

Килегеҙ,күрегеҙ!

2020 йылдың иң сағыу, мәғәнәле, гөрләп үтеп киткән сараларының береһе ул - “Тамға” Халыҡ-ара башҡорт милли костюмдары оҫталары бәйгеһе булды.

Был бәйгелә баһалама комиссияһына ҡул эше оҫталары, реконструкторҙар, башҡорт милли костюмына мөккибән ғашиҡ булғандарҙың матур эш һөҙөмтәләре-башҡорт милли костюмдары һәм уларҙың элементтары тәҡдим ителде.

Башҡортостандың Милли музейы бәйгелә туранан-тура ҡатнашты, белгестәребеҙ ҡатнашыусыларға тулы мәғлүмәти ярҙам күрһәтте.

Костюмдарҙың һәр береһе сағыу, бай, иң мөһиме тарихи яҡтан дөрөҫ итеп тергеҙергә тырышылды.

Бәйге күптәрҙең хәтерендә ҡалды һәм, “башҡорт милли костюмы иҫ киткес матур”, “ул күлдәк, ҡашмау, еләндән генә тормай икән”, “был ысынында ла хазина”, тигән фекерҙәрҙе нығытты. Республика Халыҡ Ижады үҙәге һәм Башҡортостандың төп тарих йорто, Милли музей етәкселеге ошо бәйгенән һуң уртаҡ ҡарарға килде.

3 февралдә Милли музей тап ошо костюмдарҙы күргәҙмә рәүешендә халыҡҡа сығара. Бөтә республика халҡына, тарихҡа, темаға битараф булмағандар өсөн уларҙы әллә ҡайҙа сәхнәлә, телевизорҙан, йәки парадта түгел, ә яҡындан күреү мөмкинлеге бирә.

Күргәҙмә 1 ай ғына эшләйәсәк-3 февралдә көндөҙгө 15.00 башлана, 28 тамамлана. Быға тиң күргәҙмә әлегәсә булғаны юҡ. Музей коллективы барыһын да ошо сараға саҡыра. Килегеҙ, күрегеҙ, онотолмаҫлыҡ тәҫъораттар-вәғәҙә!
Читайте нас: