Экспозицияға ҡуйылған эштәр араһында Ҡурған башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙар кейеме айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте. Уны конкурсҡа Ғәбиҙә Вәлиева тәҡдим итеп, «Башҡорт милли кейеме» – реконструкция» номинацияһында II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булған. Үҙе сығышы менән Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан икән. Башҡортостанға – Иглин районы Турбаҫлы ауылына күсеп килгәс тә яратҡан кәсебен ташламай, ҡул эше менән шөғөлләнеүен дауам итә.
– Минең апайымдар сигеүгә бик оҫта булды. Бәләкәй саҡтан уҡ, был үҙе өйрәнһен, тигәндәй, ҡулъяулыҡ тоттороп ҡуя торғайнылар. Ҡарап ултыраһың да, үҙеңсә сигеп китәһең инде. Шулай өйрәндем сигеү серҙәренә. Хәҙер был шөғөлөмдө бер ҙә ташлағым килмәй. Сафакүлдә өйрәнгән сигеү алымдарын, төрҙәрен хәҙер ҙә ҡулланам. Ҡайһы бер сигеү өлгөләрен үҙем дә уйлап сығарам. Бына был күлдәктәге биҙәктәрҙе бер ҡайҙан да күсермәнем.
Әлеге күргәҙмә 28 февралгә тиклем эшләйәсәк. Уның барышында оҫталыҡ дәрестәре лә үтәсәк. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!