+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күргәҙмәләр
20 Май 2022, 13:50

Пионерияның 100 йыллығына арнап

Владимир Ильич Лениндың Өфөләге йорт-музейында Пионерияның 100 йыллығына арналған күргәҙмә эшләй. 

«Пионер! Һәр ваҡыт әҙер бул!» тип атала ул. Бөтә Союз пионер ойошмаһына ҡағылышлы әйберҙәр, материалдар тупланған. Октябрят, пионер, комсомол значоктары, галстук, борғо, барабан, байраҡ, вымпелдар, хатта совет осоро уйынсыҡтарын, фотоаппараттарын һәм башҡаларҙы күрергә мөмкин унда. Күргәҙмә 30 сентябргә тиклем эшләйәсәк, тимәк, йәйге каникул осоронда иркенләп барып ҡарарға мөмкин буласаҡ.

19 майҙа Лениндың йорт-музейында Пионерияның 100 йыллығына арналған тантана ла үтте. Унда Өфө мәктәптәренән уҡыусылар пионерҙар сафына ҡабул ителде.

Фото: Эльвира Әсәҙуллина.

Пионерияның 100 йыллығына күргәҙмә
Пионерияның 100 йыллығына күргәҙмә
Пионерияның 100 йыллығына күргәҙмә
Пионерияның 100 йыллығына күргәҙмә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: