Ул 27 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Бында атай-әсәйҙәр өсөн дә, балалар өсөн дә йөкмәткеле, файҙалы саралар, оҫталыҡ дәрестәре үтә. Педиатр, психолог, балалар һәм өлкәндәр кардиологтары, невролог, башҡа белгестәрҙән бушлай консультация алырға, күҙеңде тикшертергә мөмкин. Күргәҙмәгә килгән һәр кем үҙенә ҡыҙыҡлы йүнәлеште таба аласаҡ. Малайҙар, әлбиттә, ҡотҡарыусы, янғын һүндереүселәр янынан китмәй. Уларҙың махсус кейемдәрен кейеп тә ҡарайҙар, һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып тыңлайҙар. Ана, Өфөләге 82-се гимназиянан V синыф уҡыусыһы Владислав Ҡазыхановҡа Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең үҙәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусыһы, старшина Павел Храмилов хатта водолаздарҙың 16 килограмлыҡ шлемын кейҙереп ҡаратты.
Форумдағы "Баланы түңәрәккә яҙ" акцияһы ла яңы уҡыу йылы башланыр алдынан бик кәрәкле сара. 26 августа иһә ғаилә байрамы көтөлә. Балалар өсөн төрлө уйындар, викториналар ойоштороласаҡ, сәнғәттә һәләтле уҡыусыларҙың концерты буласаҡ. Барығыҙ, күрегеҙ, дуҫтар!
Автор фотолары.