Сергей Аксаковтың йорт-музейында йәш коллекционерҙың күргәҙмәһе асылған. Унда Аландың 200 төрлө ҙурлыҡтағы сәғәте ҡуйылған. Был үҫмер донъя кимәлендә танылыу тапҡан. Төрлө сәғәттәр тураһында күп тарихтар белә. Алтын ҡуллы үҫмер иҫке сәғәттәрҙе йүнәтеүе менән дә билдәле.
Алан Һаҙыевтың үҙенсәлекле "Сәғәттәр һәм ваҡыт" тип аталған күргәҙмәһе алдағы йылдың 23 ғинуарына тиклем эшләйәсәк.